Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте. “Үҙ эшемде тулҡынландырғыс мәлдәр бүләк иткәне өсөн дә яратам. Бөгөн Йәсмин исемле сабыйҙың балалар табыу йортонан сығарылыу тантанаһында ҡатнаштым. Ҡыҙыҡай ғинуарҙа республика перинаталь үҙәгендә ни бары 1200 грамлыҡ булып тыуҙы.
Әсәнең йөклөлөгө ҡатмарлы барҙы. Уның туҡталыу, плацентаның тарҡалыу хәүефе, гестоз булды.
31-се аҙнала табиптар экстрен оператив бала табыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Сабый ауыр хәлдә булды, реанимация һәм оператив терапия бүлексәһендәге үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылды. Туғыҙынсы тәүлектә бала үҙаллы тын ала башланы һәм уны етлекмәй тыуған балалар бүлексәһенә күсерҙеләр. Унда дауалау, тәрбиәләү дауам итте.
Бөгөн Йәсмин – 2300 грамлыҡ. Тән ауырлығы яҡшы арта. Артабан ул күҙәтеү өсөн катамнез кабинетына иҫәпкә ҡуйыласаҡ.
Фотолар: dr.arakhmatullin