Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Март 2023, 21:45

Кәбеҫтәне дөрөҫ тоҙла

Юҡһа, файҙаһы булмаҫ.

Диетолог кәбеҫтә тоҙлауҙа бөтә витаминдарын юҡҡа сығарып, ризыҡты һаулыҡ өсөн зыянлы иткән дүрт хатаны телгә алды. 

Мәғлүм булыуынса, тоҙло кәбеҫтә иң танылған һәм иң файҙалы ашамлыҡтарҙың береһе тип иҫәпләнә. Айырыуса көҙ, киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы ауырыуҙар таралған осорҙа, уның шифаһы ҙур. Ләкин уны тоҙлауҙағы ҡайһы бер етешһеҙлектәр ризыҡты ағыуға әйләндереүе ихтимал.

Ферментланған аҙыҡтың төп ҡиммәте – С витаминына бай булыуы. Ул иммунитетты нығытып, киҙеү миҙгелен еңелерәк үткәрергә ярҙам итә. Тоҙло кәбеҫтәлә шулай уҡ про- һәм пребиотиктар күп, ә уларҙы эсәктәрҙә йәшәгән файҙалы бактериялар бик ярата.  Эксперттар, был ризыҡтың тиҫтәнән ашыу шифалы үҙенсәлектәрен билдәләп, уны көндәлек рационға индерергә кәңәш итә.

Шул уҡ ваҡытта дөрөҫ әҙерләмәһәң, аҙыҡ ошо файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтыуы мөмкин. Диетолог Марина Королева кәбеҫтә тоҙлауҙа йыш осраған хаталарҙы билдәләне:

* ҡайһы берәүҙәр кәбеҫтәгә шәкәр һала. Ә был ингредиент шәкәр диабетынан, артыҡ ауырлыҡтан, метаболик етешһеҙлектәрҙән яфаланған кешеләр өсөн зыянлы;

* тоҙҙо күп һалыу. Ул организмда шыйыҡсаның тотҡарланыуына килтерә;

* аш һеркәһе һәм тәмләткестәр ҡуша. Бындай өҫтәмәләр ашҡаҙан-эсәк юлдарының лайлалы ҡатламын ҡуҙғыта. Бынан тыш, организмда елһенеү процестары барһа, аш һеркәһе уларҙы көсәйтеп ебәрә;

* консервациялай. Тоҙланған, өҫтәүенә консервацияланған ризыҡтар яман шеш ауырыуҙары хәүефен арттыра.

Диетолог әйтеүенсә, кәбеҫтәне тоҙлау әллә ни ҡыйын түгел. “Яңы кәбеҫтәне турап, һауытҡа тултырырға (кишер, мүк еләге, ҡыҙыл көртмәле ҡушырға мөмкин), бүлмә температураһындағы һыу һалырға һәм һауытты ябып, өҫтөнә йөк ҡуйырға. 18 сәғәттән кәбеҫтәлә әсеү башлана, тағы ла биш-алты сәғәттән ризыҡты ашарға ла була”, – ти ул.

Шул уҡ ваҡытта табиптар бер ултырғанда тоҙло кәбеҫтә һутын 200 миллилитрҙан ашыу  эсмәҫкә, ә кәбеҫтәне 300 грамдан күберәк ашамаҫҡа кәңәш итә. Нутрициолог Ирина Юзуп әйтеүенсә, ҡайһы берәүҙәргә һаҡ булырға һәм тоҙло кәбеҫтәнән бөтөнләй баш тартырға кәрәк. Күҙәнәклеккә бай булыуы арҡаһында уны йөклө ҡатындарға һәм сабыйын имеҙгән әсәләргә ашарға ярамай, сөнки күҙәнәклек эс күбеүгә килтерә. Шулай уҡ гастродуодениттан, ашҡаҙандың сей яраһынан, гипертониянан, бөйөр сирҙәренән яфаланғандарға ла  тоҙло кәбеҫтәнән баш тартыу хәйерле.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА 

Читайте нас: