Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Март 2023, 21:48

Оҙаҡ йәшәйем тиһәң...

Туҡланыу тәртибен үҙгәрт.

traveltimes.ru
Фото:traveltimes.ru

Ғалимдар хәтерҙең насарайыуынан ҡотолорға ярҙам иткән ашамлыҡтарҙы билдәләне. Туҡланыу рационына ниндәй ризыҡтарҙы индереү яҡшы? Антиоксидантлы флавонолдарға бай аҙыҡ менән туҡланыу хәтерҙе яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Бындай флавонолдар емеш-еләктә, йәшелсәлә, шулай уҡ сәйҙә, шарапта күп.

Флавонолдар үҫемлек пигменттарында тупланған һәм кешенең һаулығы өсөн файҙалы тип танылған флавоноидтарҙың фитохимик матдәләре класына ҡарай. Ярайһы уҡ киң таралған флавоноидтарға кверцетин, кемпферол, мирицетин, изорамнетин инә. Флавонолдарға һуған, брокколи кәбеҫтәһе, алма, ҡыҙыл һәм ҡара виноград, йәшел һәм аҡ сәй, шулай уҡ ҡыҙыл шарап бай.

Чикаголағы Раша университеты ғалимдары тикшереү үткәргән. Унда деменциянан яфаланмаған 80 йәштәр самаһындағы 961 кеше ҡатнашҡан. Ете йыл дауамында улар йыл һайын диетаға бәйле ғәҙәттәре тураһындағы һорауҙарға яуап биргән, когнитив һәләттәренә, шул иҫәптән хәтер торошона баһа алған.

Флавонолдарҙы ниндәй миҡдарҙа ҡулланыуына ҡарап, ҡатнашыусыларҙы биш тигеҙ төркөмгә бүлгәндәр. Тәүге төркөм көнөнә 15 миллиграмм флавонол ашаған, һуңғыһы иһә – биш миллиграмм. Тикшеренеүселәр флавонолдарҙы күпләп ҡулланған кешеләрҙең һуңғы төркөмдәгеләр менән сағыштырғанда когнитив функциялары насарайыуының бер аҙға әкренәйеүен асыҡлаған.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА 

Читайте нас: