Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Март 2023, 00:10

Беҙ ҙә яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек әле!

Рузалиә Ниғмәтуллина ейәнсәрен ошондай тәмлекәс менән ҡыуандырған. Еңел генә әҙерләнгән тәмле торттың рецебы - яҙмала.

Беҙ ҙә яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек әле!
Беҙ ҙә яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек әле!

Ишембай районының Ишәй ауылынан Рузалиә Ниғмәтуллинаның торт, бауырһаҡ бешереү оҫтаһы булыуын яҡындары, таныштары белеп бөткән. Был юлы ул “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына “Генерал” тортының рецебын өйрәтә.

"Биш йомортҡа, 150 грамм аҡ май, бер стакан ҡала ҡаймағы, ике стакан шәкәр ҡомо, ике стакан он, бер балғалаҡ соданы һеркәлә һүндерәбеҙ һәм барыһын бергә ҡушып бутайбыҙ ҙа өс өлөшкә бүләбеҙ. Бер өлөшөнә какао ҡушабыҙ. Өс йәймәне духовкала бешергәс, крем һылап ҡатлайбыҙ һәм өҫтөн биҙәйбеҙ. Кремын аҡ майға ҡуйыртылған һөт, йә булмаһа шәкәр пудраһы ҡушып эшләйем. Бына ошондай тортты ейәнсәремдең тыуған көнөнә бешерҙем!" - тип һөйләне Рузалиә Ниғмәтуллина.

Үҙең бешергән ризыҡҡа оҫталығың да, күңел йылың да һалынғас, ул айырыуса тәмле килеп сыға. Һеҙ ҙә ошо тортты бешереп яҡындарығыҙҙы һыйлап һөйөндөрөгөҙ әле.

Фото Р. Ниғмәтуллинаның шәхси архивынан.

Беҙ ҙә яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек әле!
Беҙ ҙә яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек әле!
Беҙ ҙә яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрәйек әле!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: