Һәр иртәнең тотош көнгә тәьҫир итеүе бер кемгә лә сер түгел. Шуға уны хәйерле итер ун ғәҙәт тураһында яҙмаҡсыбыҙ. Уларҙың яртыһынан күберәген булһа ла ғәҙәт итеү, көн һайын уларҙы онотмай үтәү – бәхетле һәм сәләмәтле тормош нигеҙе ул.
- Йоҡонан иртә уяныу. Был һәр кемгә, буш ваҡыттың күберәк булыуы сәбәпле, ҡабаланмай ғына эшкә йыйынырға, көндө планлаштырырға, кисәге хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе бойомға ашырырға булышлыҡ итә.
- Һәр иртә тәҙрәне асыу, бүлмәне елләтеү. Хатта ҡышын да был ғәҙәт иртәрәк йоҡонан уянырға, энергия тупларға булышлыҡ итә. Яңы көнгә тәҙрә асығыҙ, тип тиккә әйтмәйҙәрҙер...
- Медитация. Бының өсөн йоҡонан иртәрәк уянып, үҙең өсөн 15 минут табыу төрлө ялҡытҡыс, насар уйҙарҙан ҡотолдорор.
- Лимонлы һыу эсеү. Был ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге өсөн яҡшы. Лимон организмды токсиндарҙан таҙартырға булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, ул - С витамины сығанағы.
- Иртәнге душ кереү, һыу менән ҡойоноу шәхси гигиена өсөн дә, яҡшы кәйеф өсөн дә кәрәк.
- Кәйефте күтәрер яҙма уҡыу. Әгәр йүгереү менән башҡа күнекмәләр тәнде яҡшы формала тоторға булышлыҡ итһә, уҡыу иһә күңел рухын күтәрә, тотош көнгә көс сығанағы.
- Төрлө гаджеттарҙан баш тартыу. Әлбиттә, хәҙерге заман кешеһен планшеттан йәки смартфондан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Шулай ҙа һәр иртән бер аҙ ваҡыт уны ҡулға алмай тороп өйрәнегеҙ.
- Һәр көнгә рәхмәтле була белеү. Был күңел рухын һаҡларға һәм яңы маҡсаттарҙы бойомға ашырырға булышлыҡ итә.
- Иртәнге туҡланыу. Ул организм өсөн бик мөһим.
- Күнекмәләр. Спортзалда шөғөлләнеү, велосипедта елдереү йәки өйҙә ябай күнекмәләрҙе эшләү – быларҙың барыһы ла даими булһын.
Һәр көн – Хоҙай бүләге ул. Уның ҡәҙерен белеп, ҡыуанып, тағы файҙалы үткәрергә яҙһын!
Фото: medaboutme.ru/