Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Март 2023, 10:40

Иң шәп табип – беҙҙә!

Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Иң шәп табип – беҙҙә!
Иң шәп табип – беҙҙә!

Мәскәүҙә ХXIV Рәсәй педиатрҙары конгресы булды. Ул Г.Н. Сперанскийҙың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналды.

Ғәҙәттәгесә, иң яҡшы балалар табиптарына, балалар шәфҡәт туташтарына, балалар сәләмәтлеген һаҡлауға тос өлөш индергәндәргә Рәсәй педиатрҙар союзының маҡтаулы наградалары тапшырылды.

Республика бала йорто директоры, педиатр Рида Риф ҡыҙы Кадикова “Балалар табибы-2022” конкурсының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы номинацияһында еңеү яуланы, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: health.bashkortostan.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: