Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Март 2023, 10:20

Яман сиргә тарыма!

Ошо хаҡта тулыраҡ - түбәндәге яҙмала.

Яман сиргә тарыма!
Яман сиргә тарыма!

13 – 19 мартта Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хроник вируслы С гепатитын йоҡтороуға һәм уның таралыуына юл ҡуймау өсөн аҙналыҡ кәңәшмә үткәрә.

С гепатиты – бауырҙың елһенеүе. Был сир ваҡытында, нигеҙҙә, тап ошо ағза зыян күрә, әммә бөйөр менән ҡалҡан биҙенең дә зарарланыуы ихтимал.

Был сирҙе ҡан, наркотиктар аша, стерилле булмаған энә һәм башҡа инструменттар файҙаланылған салонда татуировка, пирсинг, маникюр, педикюр эшләткәндә эләктерергә мөмкин. Бынан тыш, ул енси юл аша ла, тағы сирле әсәнән сабыйға йоғоуы ихтимал. Шуға санитар-гигиена талаптарын үтәгеҙ, сәләмәтлегегеҙгә һаҡсыл ҡараш булдырығыҙ.

Фото: health.bashkortostan.ru

Яман сиргә тарыма!
Яман сиргә тарыма!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: