Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Март 2023, 21:30

Ышанабыҙ, иғтибар итмәйбеҙ, оялабыҙ...

Бының хаҡы үтә ҡиммәткә төшә.

Ышанабыҙ, иғтибар итмәйбеҙ, оялабыҙ...
Ышанабыҙ, иғтибар итмәйбеҙ, оялабыҙ...

“Беҙ бөҙрәханаларҙа һәм башҡа урындарҙа инструменттарҙы эшкәрткәндәрме-юҡмы икәнлеге тураһында бик һирәк һорайбыҙ. Ышанабыҙ, иғтибар итмәйбеҙ, оялабыҙ. Кем нисек. Ә нимә эшләргә кәрәк? Вирустар үҙгәреүсән һәм хәүефле”, - тип хәбәр ителә Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге сәхифәһендә.

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш инфекционисы Лиана Шәйхуллина һөйләне.

С гепатитының ҡан аша күсеүе тураһында хәтерҙә тоторға кәрәк. Был сирҙе түбәндәге осраҡта йоҡторалар:

- сирле кеше менән бергә маникюр һәм бритва кәрәк-яраҡтарын файҙаланыу;

- маникюр, пирсинг, тату өсөн инструменттарҙы кәрәккәнсә стерилләмәү;

- наркотиктар ҡулланыу;

- һаҡланмаған енси бәйләнеш;

- бер тапҡыр ҡулланыла торған медицина инструменттарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: