Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә сираттағы пост ҡалдырған. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар:
“Өфө йәнә алдынғы табип-урологтарҙың профессиональ диалог майҙансығына әүерелде: II Евразия урологтар конгресына Рәсәй төбәктәренән, Европанан, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән, Ҡытайҙан һәм башҡа Азия илдәренән ике меңдән ашыу кеше - танылған белгестәр йыйылды.
Күрһәтерлек эштәребеҙ байтаҡ. Башҡортостанда Рәсәйҙәге алдынғы урология ғилми мәктәптәренең береһе эшләй. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы базаһындағы Волга буйы федераль округындағы берҙән-бер юғары технологиялы робот ассистентлы хирургия үҙәгендә Da Vinci системаһын ҡулланып, ҡатмарлы операциялар эшләнә. Ошо уҡ университетта күптән түгел Урология һәм клиник онкология институты асылды.
Был юлы конгреста ҡатнашыусылар өсөн клиника майҙансығынан аныҡ ваҡыт режимында үткәрелгән операцияларҙы күрһәтеү ойошторолдо. Был белгестәр операцияларҙы үткәреүҙең техник алымдарын күрһен һәм тикшерһен, оператив дауалау методикаһы тураһында тулы мәғлүмәт алһын өсөн ойошторолдо.
Яңы формат Евразия урологтары берләшмәһенең киләһе конгресын үткәреүҙә мөһим йолаға әйләнер, тип өмөтләнәбеҙ”, – тип билдәләй Максим Забелин.
Фото М. Забелиндың шәхси сәхифәһенән.