Ауыл ерендә йәшәгән уңған хужабикәләр һөт ризыҡтары эшләп, уны һата һәм ярайһы уҡ табыш ала. Шундай уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Бөрйән районы Исламбай ауылында йәшәй. Түбәндәге видеояҙмала Мәрғиә инәйҙең һөттән эшләнгән хәләл ризыҡтарын тәҡдим итәбеҙ.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан уның һигеҙ һыйыры бар, бөгөнгә көндә дүртәүһе быҙаулаған.
- Бер генә ижау һөтөмдө лә әрәм итмәйем, барыһында эшкәртәм, аш итәм, - ти Мәрғиә инәй.
Ә һеҙҙең һыйырҙарығыҙ быҙауланымы әле? Әйткәндәй, һеҙ ниндәй һөт ризыҡтары әҙерләйһегеҙ? Беҙҙең менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото һәм видеояҙма: "Уңғанбикәләр. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" төркөмөнән.