Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, кешеләрҙең 10 проценты ғына күп сирҙәрҙән һаҡлаған иммунитетҡа эйә. Тағы 10 процентында тыумыштан иммунодефицит: улар йыш сирләй. Ҡалған 80 процент кешеләрҙең иммунитеты тормош шарттарына һәм рәүешенә бәйле.
Һуңғы өс йылда был айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Коронавирус инфекцияһы сәләмәтлегебеҙ өсөн берҙән-бер хәүеф түгел. Вирустар “йоҡламай” һәм, яңы хәүеф уятып, даими үҙгәрә. Уларҙың барыһына ла ҡаршы тороу өсөн ныҡлы иммунитетҡа эйә булырға кәрәк. Ул иһә беҙҙең йәшәү рәүешебеҙгә, дөрөҫ туҡланыуыбыҙға, зыянлы ғәҙәттәрҙең юҡлығына бәйле. Үҙеңде яҡшы тойоу һәм эске органдарҙың яҡшы эшләүе өсөн иммунитетты даими нығытырға, үҙ ваҡытында вакцина яһатырға кәрәк.
Һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү – сирләгәндә генә түгел, һау саҡта ла табипҡа күренеү, тигәнде аңлата. Был иһә төрлө ауырыуҙарҙы ваҡытында “ауыҙлыҡларға” булышлыҡ итә. Юғиһә күптәр, мәҫәлән, йөрәк ныҡлап сәнсә, тын алыуы ауырлаша, һыҙланыу көсәйә башлағас ҡына, медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә.
Бына ошондай аяныслы хәлдәрҙе булдырмау өсөн илебеҙҙә диспансерлаштырыу үткәрелә. Уның төп маҡсаты – йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш, шәкәр диабеты, үпкә сирҙәрен ваҡытында асыҡлау һәм дауалауҙы иртә башлау. Тап ошо сирҙәр Рәсәйҙә, Башҡортостанда ғына түгел, хатта тотош донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй.
Шулай итеп, 18 – 39 йәштәгеләргә диспансерлаштырыуҙы – өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән уҙғандарға иһә йыл һайын үтергә кәрәк. Бының өсөн ҡайҙалыр эшләү талап ителмәй, бушлай үткәрелгән иҫкәртеү медицина ҡарауына һәр кем яҙыла ала.
Диспансерлаштырыу ике этаптан тора. Беренсеһе – медицина тикшеренеүе, икенсеһе – диагнозды аныҡлау өсөн өҫтәмә тикшереү.
Төрлө сирҙәр, шул иҫәптән яман шеш тә алдан асыҡланһа, һауығыуға өмөт күберәк арта. Шулай итеп, иртә стадияла тикшерелгән кеше оҙон, бәхетле ғүмергә өмөт итә ала.
Айһылыу НИЗАМОВА