Лавр япрағының файҙалы яҡтары тураһында күптәр белә. Ул кулинар тәмләткес кенә түгел, электән уны тәбиғи антисептик һәм һауа сафландырғыс тип тә беләләр.
Лавр япрағын кулинария маҡсатында файҙаланмауҙың бер ҡыҙыҡлы ысулы бар. Йыш ҡына дөрөҫ булмаған гигиена арҡаһында ауыҙ ҡыуышлығында стоматит барлыҡҡа килә. Ауырыу үҙен бик насар тоя – кәм тигәндә бер аҙна ыҙа сигәсәк һәм бер нәмә лә ашай алмаясаҡ.
Сирҙән тиҙерәк ҡотолоу өсөн, лавр япрағын тел аҫтына һалырға һәм 5-10 минут ауыҙҙа тоторға кәрәк. Үләндә булған файҙалы матдәләр төкөрөк менән бутала һәм ауыҙ ҡыуышлығына антисептик йоғонто яһай.
Бер генә ҡағиҙә тураһында онотмағыҙ: япраҡты тәүҙә һыуҙа тотоп алығыҙ, ҡоро үлән ҡаты һәм ауыҙ эсен ҡырҡыуы бар.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА