Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Март 2023, 17:31

Сәсем йоҡарҙы, ни эшләргә?

Был һорау күптәрҙе бор­сойҙор. Айырыуса ҡыш, витамин етмәгән саҡта үҙен белдерә был проблема.

Тикшерелгән һәм өй шарттарында эшләп булған рецепт тәҡдим итәбеҙ. Ни бары өс ябай ингредиент һеҙҙең шампундән тылсымлы, витаминлы эликсир эшләй ала.

Нейтраль рнΗ-лы тәбиғи шампунь һатып алығыҙ. Балалар өсөн тәғәйенләнгән ябайҙы файҙа­ланырға ла була. Уға розмариндың, лимондың эфир майын һәм ике тамсы Е витамины ҡушырға кәрәк. Барыһы ла дарыуханаларҙа бар.

Әҙерләү.

Шампунгә унышар тамсы розмарин һәм лимон майы тамыҙығыҙ. Аҙаҡ ике капсула Е витамины өҫтәгеҙ. Яҡшы итеп болғатығыҙ.

Нисек файҙаланырға? Көн аша ҡулланыу мөһим. Дымлы сәсегеҙгә һалығыҙ һәм массаж яһаған хәрәкәттәр менән бер нисә минут дауамында баш тиреһенә һөртөгөҙ. Ун минутҡа ҡалдырып тороғоҙ, аҙаҡ йылы һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.

Һөҙөмтә һәр кемде ҡыуан­дырыр. Сәләмәт булайыҡ!

 Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА 

Читайте нас: