Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Март 2023, 21:50

Яман сир булмай сыҡҡан...

"Бары 13-сө ҡала дауаханаһы һәм Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы лаборатория белгестәренең берҙәмлеге һәм биоматериалды ҡатмарлы  микротикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ауырыуға аныҡ диагноз ҡуйылды..."

Яман сир булмай сыҡҡан...
Яман сир булмай сыҡҡан...

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә табиптарҙың сәләмәтлеге ҡыл өҫтөндә торған ирҙең ауыр сирен ҡатмарлы микротикшеренеүҙәр ярҙамында асыҡлай алыуын юғары баһалаған.

Өфөләге 13-сө дауахананың реанимация бүлегенә бик ауыр хәлдә килтерелгән пациенттың эске органдары ныҡ зарарланыуы, бауырҙың шешенеүе асыҡланған. Белгестәрҙә онкология сиренә шик тыуған. “ Бары 13-сө ҡала дауаханаһы һәм Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының клиник-диагностик лабораторияһы белгестәренең берҙәмлеге һәм биоматериалды ҡатмарлы микротикшеренеүҙәр юлы һөҙөмтәһендә ауырыуға аныҡ диагноз ҡуйылды. Пациент тропик сир – лейшманиоз менән зарарланған. Тап шул арҡала эске ағзалар ҙур зарар күргән. Анализдар һөҙөмтәһен алғандан һуң пациентты республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына дауалау өсөн күсерҙеләр. Һөҙөмтәлә кешенең ғүмере ҡотҡарылды! Бынан өс йыл элек республикала лаборатория хеҙмәтен яңырта башлауға тотоноу арҡаһында ошондай  яҡшы һөҙөмтәгә өлгәштек. Беҙ диагностик мөмкинлектәрҙе һиҙелерлек киңәйттек. Пациенттың хәлен баһалау өсөн сикләнгән тестар урынына табиптарға ярҙамға тиҫтәләгән, ә ҡайһы бер лабораторияларҙа йөҙәрләгән тестар барлыҡҡа килде.

Башҡортостанда лаборатор хеҙмәтте үҙгәртеп ҡороуҙың дәүләт моделе проекты өс кимәлле система рәүешендә тормошҡа ашырылған. Беренсе баҫҡыс – тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн анализдар яһаған поликлиника һәм дауаханалар. Икенсе баҫҡыс – махсус тикшеренеүҙәр үткәрелгән муниципаль-ара лабораториялар. Ә ҡатмарлы сир осраҡтарында юғары технологиялы тикшеренеүҙәрҙе өсөнсө кимәлдәге ойошма – Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында алырға мөмкин”,– тип яҙа Максим Забелин.

Фото:”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: