Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Март 2023, 01:15

Һарыҡ тиреһенә ни өсөн төрәләр?

Һыҙланғанда, тире ауырыуҙарынан йонсоғанда, ҡатыуҙан яфаланғанда, ҡатындар ауырға ҡала алмағанда һ.б. ниндәй дауалау алымдары яҡшы һөҙөмтә биргән? Барыһы хаҡында - яҙмала.

Һарыҡ тиреһенә ни өсөн төрәләр?
Һарыҡ тиреһенә ни өсөн төрәләр?

Дауа аяҡ аҫтында, тигән боронғолар. Элек халҡыбыҙ сир-сырхауға шифаны ашаған ризығы, шөғөлләнгән кәсебе, тәбиғәт биргән һанһыҙ ниғмәттәр аша тапҡан. Үкенескә күрә, был дауалау алымдарының күбеһе онотолған, хәҙер беҙ саҡ ҡына сирләй башлау менән дарыу ҡаба һалабыҙ.

Борон-борондан малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән халҡыбыҙ ошо тармаҡ менән бәйле дауа серҙәрен дә яҡшы белгән. Мәҫәлән, һарыҡтың итен дә, йөнөн дә, тиреһен дә әләф-тәләф итмәй файҙалы ҡулланғандар. Йөндән кейеҙ һәм тула баҫып, тирмә ҡорғандар, кейем теккәндәр. Йәш килендәрҙең бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән зиннәтле балаҫтар булһа, егеттәр ҡалымға һарыҡ биргән. Тиреһе дауа өсөн ҡулланылған, йәғни һалҡын тейҙергән кешене яңы һуйылған һарыҡ тиреһенә урап һалғандар, эс майын иретеп эсергәндәр, тәненә япҡандар. Бөгөн бына ошо онотолоп барған дауалау алымдары тураһында диндарҙар тоҡомонан Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова һөйләй.

"Аяҡ-ҡулы, арҡа-биле һыҙлап, быуындарына һары һыу йыйылып ыҙалаған кешене тирегә төрөп дауалау өсөн һау-сәләмәт, бөтә ағзаһы теүәл, ҡарар күҙгә күркәм һарыҡ малы һайлана. Яңы һуйылған мал тиреһе йылы ғына килеш ауыртҡан ергә яҡшы итеп урап бәйләп ҡуйыла. Был эш тандыр ғына итеп яғылған мунсала башҡарыла. Тиренең йылыһы бөткәнсе, кеше тирләгәнсе тоторға кәрәк. Аҙаҡ өс көн самаһы ныҡ һаҡланыу, йылы кейенеп йөрөү шарт.

Һарыҡтың эс майы ла ныҡ файҙалы. Уны тимерәү, һыҙлауыҡ, сиҡан кеүек тире ауырыуҙарына, оҙаҡ бөтәшмәй ыҙалатҡан яраларға табала ҡыҙҙырып, эҫе килеш һөрткәндәр. Фатима, Ғәйниямал өләсәйемдәр мунсаға инер алдынан йәки йәйҙең эҫе көндәрендә, мейе кипмәһен тип, баш түбәһенә һарыҡтың эс майын йә һары май һылап, сәй ҡурғашы менән ҡаплап, яулыҡ ябынырҙар ине. “Мейе кипһә, нимә була, өләсәй?” – тип һораһаҡ, “Кешенең зиһене томалана, хәтере насарая”, – тип яуаплай торғайнылар. Әлеге ваҡытта тап ана шундай сирлеләр – иҫен юғалтып, аҡылдан яҙып ауырыусылар күп. Бының сәбәбе мейе кибеүҙә түгелме икән, тип уйлап ҡуям ҡайһы саҡта, сөнки күптәр эҫе ҡояш аҫтында ла яланбаш йөрөүҙе хуп күрә.

Һарыҡ малының тиреһен, майын ғына түгел, йөнөн дә дауалауҙа ҡуллана белгәндәр. Тубыҡтар һыҙлап ыҙалатһа, сайырлы йөн бәйләгәндәр. Ҡатыу менән йонсоған кешенең арҡаһына япҡандар. Һарыҡ йөнөнөң көнкүрештәге ҡулланылышы ла бик киң: кейеҙ баҫҡандар, баҡта юрған эшләгәндәр, баш ауыртҡанда мендәр эшләп яҫтағандар. Әйткәндәй, баҡта, йәғни һарыҡ йөнөнән эшләнгән юрған бик үҙенсәлекле – ҡышҡыһын йылы, ә йәйгеһен тирләтмәй. Балаға уҙа алмаған ҡатындарҙы кейеҙгә төрөп, эсе урынына ултырһын өсөн тигеҙ ергә һалып тәгәрәткәндәр. Йөндән бәйләнгән ойоҡбаш, баҫылған быйма ла йылы, уңайлы булыу менән рәттән дауалау көсөнә эйә. “Йөн нәски кейегеҙ, аяғығыҙ һыҙламаҫ”, – ти торғайны гелән өләсәйем".

Бына шулай, халҡыбыҙ көнкүрештәге ябай ғына әйберҙәрҙең файҙаһын да, шифаһын да күрә һәм ҡуллана белгән.

Автор фотоһы.

Текст сығанағы: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: