Бынан ун йыл элек ойошторола башлаған “Чиновник һөнәрен алмаштыра” проектын Башҡортостандағы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үткәрә. Был сараның маҡсаты – төрлө һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, эшсе-хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыу, төрлө тармаҡ-өлкәләргә йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү.
Бөгөн иһә был сарала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡатнашты. Ул Өфөләге 42-се лицейҙың 11-се класс уҡыусыларына, киләсәктә медицина юлынан китергә теләгән ҡыҙҙарға һәм егетәтргә, биология буйынса дәрес үткәрҙе.
- 2023 йыл Башҡортостанда Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Уҡытыусы хеҙмәтенең ижтимағи йәһәттән мөһимлеген күтәрергә кәрәк. Уҡытыу тәжрибәм бар, әммә уҡыусы балалар өсөн беренсе тапҡыр дәрес үткәрҙем, - тине Айрат Рәзиф улы. - Ҡыҙыҡһыныусан йәштәрҙең киләсәктә яҙмышын медицина һәм фән менән бәйләргә теләүе – ҡыуаныслы хәл. Алынған белем колледжға йәки вузға уҡырға ингәндә ярҙам итер, тип ышанам. Ә уны тамамлағандан һуң уларҙы республиканың медицина ойошмаларында юғары квалификациялы белгес итеп көтәбеҙ.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры үткәргән дәрестең темаһы “Шартһыҙ һәм шартлы рефлекстар: уларҙың биологик мәғәнәһе” тигән темаға арналды. Белеүебеҙсә, Айрат Рәзиф улы – ғалим-табип-невролог. Шуға был теманың һайланыуы ла осраҡлы түгел. Уҡыусылар өсөн дәрес бик мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ һәм әһәмиәтле булды. Яһалма интеллект, нервы күҙәнәктәренең тергеҙелеүе-тергеҙелмәүе, тыумыштан рефлекстар һәм башҡалар тураһында һораны уҡыусылар.
Акцияның көнүҙәк икәнлеген республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла раҫланы.
- Һуңғы йылдарҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм педагогтарҙың етешмәүен күрәбеҙ. Бөгөнгә республиканың вакансиялар банкында 500-ҙән ашыу педагогка вакансия бар. 77 математика, 64 сит тел, 63 рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы етмәй. Тағы биология буйынса һигеҙ һәм химия буйынса биш уҡытыусыға эш урыны бар. Һаулыҡ һаҡлау тармағына ла белгестәр көтәбеҙ. Дауаханаларға һәм поликлиникаларға бер меңдән ашыу табип талап ителә. Иң тәү сиратта - терапевтар, педиатрҙар, неврологтар һәм анестезиологтар, - тип хәбәр итте министр.
- Бындай саралар беҙҙең өсөн бик кәрәк. Тәү сиратта - һөнәри йүнәлеш өсөн. Был беҙҙең өсөн министрҙың асыҡ дәрес үткәреүе генә түгел, үҙенә күрә класс эшенә йомғаҡ яһау ул. Балалар ике йыл буйы тәбиғи-фәнни йүнәлешле класта уҡыны. Аҙнаһына бер тапҡыр медицина колледжына барып белем алды, - тип һөйләне 42-се колледж директоры Рәшит Шәрипов. – Былтыр уҡыусыбыҙ Регина Ғәлләмова Х “Йәш профессионалдар” милли чемпионатының “Медицина һәм социаль ҡарау” компетенцияһында миҙалға лайыҡ булды. Быйыл да ике уҡыусыбыҙ – Данил Хлопкин, Майя Парфенова финалға сыҡты. Улар ҙа уңышҡа өлгәшер тип өмөт итәбеҙ. Бөгөн һаулыҡ һаҡлау министрының беҙгә килеүе балаларҙың дөрөҫ юл һайлауына бер билдә кеүек булды, сөнки класта һайлаған һөнәрҙәренә тоғролар, маҡсатлылар ғына ҡалды.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың уҡыусылар менән осрашыуы балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Министр үҙе лә уҡыусыларҙың күҙҙәрендә нур-дәрт күреүен, улар биргән һорауҙарҙың үҙенсәлекле, ҡыҙыҡ һәм көтөлмәгән булыуын белдерҙе.
Медицина тармағына килгәндә, Башҡортостанда “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Мәсәғүт, Октябрьский, Нефтекама һәм Учалыла дүрт филиалы асылды. Тимәк, был уҡыу йорттарында тағы күберәк медицина хеҙмәткәрҙәре әҙерләнәсәк.
Ваҡыт “тәгәрмәсе” алға елдерһә лә, барыһын да кадрҙар хәл итә, тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе баҙыҡлана ғына бара. Бөгөн беҙ танышҡан уҡыусылар киләсәктә юғары белемгә эйә булып, үҙҙәрен медицина тармағына бағышлар, тигән ышаныс ҙур.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.