Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Март 2023, 13:00

"Илайым тиһәм дә, илай алмай инем..."

“Һеңлем, һин беҙгә килеп киткәс, диванда оҙаҡ уйланып ултырҙым. Унан беренсе тапҡыр күҙ йәштәрен түгеп иланым. Әкрен генә бер стакан йылы һыу эскәйнем бит һинең алда. Шул һыу күҙ йәштәре булып тамды, ахыры. Унан тороп..." Бөгөн, Бөтә донъя һыу көнөндә, яҡташыбыҙ Зәүхиә Низамиеваның хайран ҡалмалы яҙмыш хаҡындағы яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. 

"Илайым тиһәм дә, илай алмай инем..."
"Илайым тиһәм дә, илай алмай инем..."

Татарстанда йәшәгән яҡташыбыҙ Зәүхиә Низамиева хаҡында күптәр белә. Ул үҙ яҙмаларында төрлө ауырыу-сирҙәрҙән нисек дауаланыу, шифалы үләндәрҙе ҡулланыу хаҡында яҙа. Был юлы ла Зәүхиә ханым "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҡшы кәңәштәр бирҙе.

"Һыу тураһында яҙмам сыҡҡас, бик күп һорауҙар килде. Ниндәй һыу эсергә, нисек эсергә, ҡасан, күпме? Был һорауҙар мине лә ҡасандыр ныҡ ҡыҙыҡһындырғайны. Һеҙҙең дә уларға яуап табырға теләүегеҙ ҡыуаныслы. Мин белгәндәремде яҙырмын. Тик һәр кемгә хәҙер ул һорауҙарға яуап табырлыҡ мәғлүмәт майҙаны ғәләмәт киң. Мин Советтар Союзы ваҡытында фән өлкәһендә эшләгән, бар мәғлүмәтте халыҡҡа йөҙ тапҡыр тикшереп, иҫбатлап сығарған ғалимдарҙың сығанаҡтарына таянам. Бигерәк тә Иван Неумывакиндың хеҙмәттәрен яратам.

Һыу – тормош сығанағы (дауамы)

Йәйҙең ҡыҙыуында күктән ямғыр тамсылары таммаһа, һыу алып эсә торған шишмәбеҙ ҡороһа, селтерәп ағып, тирә-яҡҡа йәм, йән биреп торған йылға һаҙлыҡҡа әйләнһә, ҡала фатирҙарында торбанан һыу аҡмай башлаһа, әҙәм балаһынан да бәхетһеҙерәк затты табып булмаҫ ер йөҙөндә. Ошондай мәлдәрҙә бер тамсы һыу ҙа ҡәҙерлегә әйләнер. Ул бит – тормош, ғүмер сығанағы.

Яҙманың алдағы ике өлөшөндә 70 йәшен уҙған апайҙың ғүмер шәменең һүнә барыуының төп сәбәбе һыуҙы аҙ эсеүе арҡаһында тип яҙғайным: һыу тәнде һуғармай, төрлө каналдар аша бар ағзаларға һурылмай, һөҙөмтәлә тән ағас кеүек ҡорой башлай. Үҙемдең белгәндәремде фәнни дәрәжәлә төпләп, апайға һөйләп ҡайтып киттем. Зиһенләү дәрәжәһе юғары уның, һәр әйткәнде сабырлыҡ менән тыңлап, хәтеренә һеңдерә барғанын күҙәтеп ултырҙым. Совет осорондағы биш йыллыҡ пландарҙы күп үтәгән апайға дөрөҫ уй ғына кәрәк ине. Ә ул уйҙы тырышып ғәмәлгә ашырыу өсөн ихтыяр көсөнөң күплеген уның минең менән ике сәғәткә яҡын һөйләшеп ултырғанда бер тапҡыр ҙа уфтанмауы, урынынан да һелкенмәйенсә тыңлауы күрһәтте.

Бер нисә йыл үтеп китте. Әлеге апайҙы хәҙер осратһам да, бәлки, танымаҫ инем. Ә бер көндө...

“Танышһың бит, һеңлем. Һинең йөҙөңдө мин бер кемдеке менән дә бутамаҫлыҡ итеп иҫтә ҡалдырҙым. Шул хәтлем асыҡ, ихлас һөйләнең, яҙыусылар кеүек. Ә бына исемеңде оноттом. Кем генә әле һуң һин?” - тип миңә ҡала паркында ҡыҙым менән ейәндәрҙе эскәмйәлә көтөп ултырғанда бер апай килеп өндәште. Исемемде әйттем дә уға ҡарап торҙом. Ҡупшы ғына кәүҙә, ғәжәйеп диҡҡәтле ҡараш, башында - матур яулыҡ. Тик үҙен бер нисек тә хәтеремә төшөрә алманым.

- Ә, аптырап ҡалдың, танымайһың.

- Апай, ғәфү үтенәм. Һеҙ кем булаһығыҙ?

Ул барыһын да иҫемә төшөрҙө.

- Һеҙ бит ныҡ үҙгәргәнһегеҙ, йәшәреп киткәнһегеҙ.

- Эйе, һеңлем, һыу мине үҙгәртте. Оҙаҡ йәшәмәм, китермен инде, тип йәшәй инем ул ваҡытта.

Апай үҙенең үткәндәрен ентекләп һөйләне.

“Һин, һеңлем, беҙгә килеп киткәс, диванда оҙаҡ уйланып ултырҙым. Унан беренсе тапҡыр ысынлап күҙ йәштәрен түгеп иланым. Әкрен генә бер стакан йылы һыу эскәйнем бит һинең алда. Шул һыу күҙ йәштәре булып тамды, ахыры. Илайым тиһәм дә, илай алмай инем бит. Ниндәйҙер йоҡоло хәлдә кеүек инем. Йәшәү һүнә башлаған булғандыр, моғайын. Тороп көҙгө алдына барып баҫып, үҙемдең сағылышыма оҙаҡ текәлеп торҙом. Бөтөн артта ҡалған ғүмер юлы күҙ алдынан үтте. Беләһеңме, һеңлем, шунда кинәт дәртем ташып торған, көслө сағымды иҫкә төшөрҙөм. Бөтөн тәнемде тоҡ һуҡҡандай, земберҙәтеп, әллә ниндәй хәләт кисерҙем. Тәнем турайып, аяҡтарым яҙылып, битемде ҡоршап, тартып торған битлек яҙылып китте. Кухняға инеп, тағы сәй ҡайнарлығында әкрен генә ике стакан һыу эстем. Эскән һайын тирә-яҡ яҡтыра барҙы, тәҙрә төбөндә үҫеп ултырған гөлдәрҙең сәскәләрен шундай сағыу итеп күрҙем, хайран ҡалдым. Ҡыҙым яңы матур пәрҙәләр элгән ине, уларҙың матурлығына иҫем китте.

Ул көндә йоҡлап киткәнсе алты стакан һыу эстем. Ашыҡмайынса, әкрен генә. Шуныһына хайран ҡалдым: эсә торам, һеңә тора. Һыуға сарсаған булғанмын. Шулай көн дә иртәнсәк йоҡонан торғас, көн эсендә үҙемде һыу эсергә өйрәттем. Бер-ике стакан ҡаты сәй менән генә йәшәй инем бит. Төндә йыш бәҙрәфкә йөрөрмөн тигән хәүефләнеүҙәр бөттө. Тәүге айҙа бер нисә тапҡыр тора инем, аҙаҡ кәмене. Торһам һуң, эшкә бараһы юҡ. Унан, һеңлем, уянып торһам да, йоҡлай алмай интегеп ятыуҙар кәмене. Мин бит тәнемде яҙа алмай, аптырап ята торғайным.

Ике йыл үтте һинең килгәнеңә. Ҡыҙыма рәхмәт. Массаждар ҙа яһаны, быуындарға һөртә торған яҡшы бальзамдарҙы ҡуллана торғас, һыҙлауҙар баҫылды. Һарғайып, һоро төҫкә ингән битем ҡәҙимгесә ағарып, түңәрәкләнеп, һырҙары бөтөп, матурайып та китте. Әкрен генә ҡапҡа төбөнә сығып ултыра, шунан кибеткә лә бара башланым. Урамдың осонда, рәхмәт төшкөрҙәре, ун йыл тирәһе элек "Зиннур" мәсетен төҙөнөләр, шунда ла бара башланым. Туғандар килергә тотондо. Уларҙан бөтөнләй биҙеп бөткән инем бит. Үҙемде үҙем дә күргем килмәй, тип әйтә инем ҡыҙыма. Уға баҡсала әҙләп булһа ла ярҙам итәм. Намаҙ уҡыуымды ташлағайным, аяҡтар бөгөлмәй, хәтерем насарайҙы, тип - яңынан уҡый башланым. Әней, әйҙә, байрамға сығып киләйек, тигәс, бөгөн паркка ла килдек. Ҡыҙым да бында, уларҙы эштән бәлештәр һатырға сығарҙылар. Эй, һеңлем, хәҙер һиңә лә тәмле бөйөрөк алып киләм”, - тип апай мин ауыҙымды асып өлгөргәнсе елдереп тороп та китте. Баш тартыуыма иғтибар ҙа итмәне. ”Мин хәҙер шәп йөрөйөм, һеңлем, һә тигәнсе киләм, ултырып тор”, - тип ваҡ-ваҡ аҙымдар менән баҫып китеп тә барҙы.

Бөйөрөк, ысынлап та, бик тәмле булды. Миңә һөйләшеүҙе дауам итеү мөһим ине. Апай килгәнсе, барып сәй һатып алып килдем.

“Һыу тормошомдо үҙгәртте, күҙҙәремде асты, аяҡҡа баҫтырҙы, тәнемә йән өрҙө. Үлеп барған кеше инем бит. Көскә ҡуҙғалып тороп, әҙер ризыҡты өҫтәл янына барып ашау ауыр ине. Хәҙер үҙем әҙерләйем. Бармаҡтарым бөгөлмәй, ҡатып бөткән ине. Ҡыҙым массаж да яһарға өйрәтте. Ҡәләмде ике ус араһына ҡыҫтырам да ышҡып йөрөйөм. Шулай бармаҡтарыма ла һыу барып етте. Көн һайын ваҡытында бәҙрәфкә йөрөү ҙә - бәхет. Оло ярауым аҙнаға бер тапҡыр ине. Хәҙер яйға һалынды. Әлбиттә, ашауҙы ла көйләнем. Ҡартая барған һайын еңел ризыҡ менән туҡланырға кәрәк, сөнки ашҡаҙан эшкәртә алмай, эстә сереп ята торған ауыр ризыҡты әҙерләмәй ҡыҙым. Бешмәгән йәшелсәләр ашарға өйрәндем. Эре күҙәнәктәр кәрәк эсәктәргә. Эй, нимә генә белмәйем инде хәҙер, һеңлем. Башымдың уйлағыһы ла килмәй ине, сөнки мейем кибә башлаған булғандыр. Ҙур тырышлыҡ һәм ныҡышлыҡ талап ителде. Һыу эсә башлағас, ярты йыл тирәһенән бауырымды таҙарттыҡ. Оҙаҡ ҡына маташтыҡ. Ярты йыл яһаныҡ. Шунан битем матурайып китте. Бауырың эшләй башланы, тине ҡыҙым”, - тип һүҙен бөтөрҙө лә, усы менән шап иттереп тубығыма һуғып алды апай. Уның ус төбөнән ут ялҡыны бөркөлгәндәй булды. Был йәшәү энергияһы ине.

Тағы оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. “Аллаһ Тәғәләнең беҙ сәләмәт йәшәһен өсөн биргән ризығының иге-сиге юҡ, уның муллығына иҫең китерлек. Барыбыҙға ла етерлек. Ҡыҙым үҙе машина йөрөтә. Ул мине урманға ла, еләккә лә алып бара. Верандала урын етә, шунда киптерәбеҙ. Уҙған йыл күп итеп үлән сәйҙәре яһаныҡ. Быйыл да йәй ямғырлы, бәрәкәтле, уңышлы булһын тип теләп кенә торам. Һыуһыҙ бер нәмә лә үҫмәй, кешенең йәшәүе лә һыуға бәйле икән, һеңлем. Тәбиғәткә лә, кешенең тәненә лә ҡоролоҡ килмәһен!” - тип изге теләктәрен еткерҙе апай.

Тәү ҡарашҡа бик ябай кеүек күренә, ә ысынында күпме дөрөҫ фекерҙәр. Сәләмәт булығыҙ!

Фото: iphones.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: