"JAMA Internal Medicine" баҫмаһында донъя күргән мәҡәләлә 17 мең өлкән йәштәге ҡатындың дүрт йыл буйы көн һайын күпме аҙым яһауы тураһындағы мәғлүмәт теркәлә барған.
Һөҙөмтәлә көнөнә 4400 аҙым үткән ҡатындың, 2700 аҙым яһаған гүзәл зат менән сағыштырғанда, үлем хәүефе әҙерәк (41 процент) янауы асыҡланған.
Икенсе тикшереү 60 йәше тулып үткәндәрҙең көнөнә 6000 – 9000 мең аҙым үтеүе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен 40-50 процентҡа кәметеүен асыҡлаған. Һөҙөмтәлә ғалимдар өлкән йәштәгеләрҙең тәүлегенә 7000-8000 аҙым үтергә тейешлеген теркәгән.
Һәр тикшереү әүҙемлектең сәләмәтлеккә яҡшы тәьҫир итеүен күрһәткән. Аҙнаһына 5000 аҙым үтеү – аҙ хәрәкәт итеүҙе, ә 7500 аҙым яһау әүҙемлек билдәһе икән.
Күберәк хәрәкәтләнеү мотлаҡ спорт йәки тренажер залында көндәлек күнекмәләр яһауҙы аңлатмай. Мәҫәлән, ябай ғына иртәнге зарядка көн буйына етерлек бына тигән кәйеф бүләк итә. Тимәк, көн дә матур үтә, тигән һүҙ.
Фото: sportishka.com