Омега-3 май кислотаһына бай балыҡ аҙыҡтарын даими ашаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөрәк эшмәкәрлеге менән бәйле проблемалары булмай тиерлек, тип иҫбатлай донъяның танылған белгестәре.
Тикшереүҙә 15 йәштән 49 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан. Асыҡланыуынса, балыҡты һирәк ашаған йәки бер ваҡытта ла ашамаған аҫыл зат вәкилдәре был аҙыҡты даими ҡулланғандарға ҡарағанда ике тапҡырға йышыраҡ сиргә дусар була икән.
Балыҡ ашарға яратмаған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефе уны аҙнаһына бер тапҡыр ҡулланғандарға ҡарағанда 90 процентҡа юғарыраҡ. Ә балыҡ, ысынлап та, йөрәк өсөн файҙалы булһын тиһәгеҙ, уны аҙналыҡ рационға кәм тигәндә ике тапҡыр индерегеҙ, тигән кәңәш бирә белгестәр.
Динә АРЫҪЛАНОВА