Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы яңылыҡ тураһында яҙҙы. “Был – республикабыҙ һаулыҡ һаҡлау тармағында беренсе осраҡ! Бер аҙ тарихҡа күҙ һалайыҡ. 2013 йылда пациент тәненең һарғылт төҫтә булыуын күрә. Ҡатын бер нисә тапҡыр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының гастроэнтерология, гастрохирургия бүлексәләрендә дауалана. Тикшеренеүҙәрҙән һуң уға аутоиммун гепатиты һөҙөмтәһендә бауыр циррозы барлыҡҡа килгән тигән диагноз ҡуйыла”, - тип яҙған министр.
2020 йылда сирлегә бауыр трансплантациялана. Операция һәм унан һуңғы ваҡыт яҡшы үтә. Һәм бер йылдан һуң ҡатын әсә булырға ҡарар итә.
Йөклөлөк акушер-гинекологтарҙың һәм трансплантологтарҙың ныҡлы контроле аҫтында үтә. Ҡатын сабыйын февралдә Кулаков исемендәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология үҙәгендә таба.
Стәрлетамаҡтан 30 йәшлек әсә һәм уның ҡыҙы әле үҙен яҡшы тоя.
Фото: photoby.ru