Тоҙланған кәбеҫтәнең файҙаһы тураһында яҡшы билдәле. Мәҫәлән, ошо ябай ғына аҙыҡта С витамины лимон менән апельсиндағыға ҡарағанда байтаҡҡа күберәк. Уны ит аҙыҡтары йәки бауыр менән ҡулланыу тимерҙе үҙләштерергә ярҙам итә. Айырыуса коронавирус сирен үткәргән кешеләргә был микроэлемент етешмәй, тимәк, тоҙланған кәбеҫтә ашау бары файҙаға ғына.
“Кәбеҫтә аҡһымы – ҡан яһауҙа бик кәрәкле алыштырғыһыҙ аминокислоталар сығанағы”, – тип билдәләй диетолог, медицина фәндәре докторы Алексей Ковальков. Кәбеҫтәләге холин организмдағы май алмашыу процестарын көйләй, ҡандағы холестерин кимәлен түбәнәйтә, үт таштары барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тора. Өҫтәүенә, тоҙланған кәбеҫтәлә матдәләр алмашыныуы, йәрәхәттәрҙең тиҙ төҙәлеүе, ҡан ойошоусанлығы өсөн кәрәкле К витамины бар. Ә ундағы U витамины колит, гастрит, бөйән эсәге шешен һауыҡтырыуға ярҙам итә, бауыр эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Диетолог көнөнә яҡынса 200 грамм тирәһе тоҙло кәбеҫтә ашарға тәҡдим итә. Был – сәләмәт кеше өсөн норма. Ашҡаҙаны тоҙ кислотаһын күп бүлеп сығарған, сей шеш менән яфаланған кешеләргә был аҙыҡты ҡулланырға ярамай, тип иҫәпләй табиптар.
Динә АРЫҪЛАНОВА