Ҡайһы берәүҙәр өйҙә балаларын ялан аяҡ йөрөргә тыя, имеш, һалҡын тейә, ауырыуы ихтимал. Был бөтөнләй хата фекер.
Табиптар иһә ошолай йөрөргә кәңәш итә, шулай эшләп ҡарағыҙ, файҙаһын тиҙ һиҙерһегеҙ, ти. Ул ҡан әйләнешен яҡшырта, аяҡ мускулдарын нығыта, арыуҙы кәметә. Табанда бик күп актив нөктәләр урынлашҡан, ялан аяҡ йөрөгәндә кешенең эске ағзаларына массаж яһала. Бынан тыш, ул сыныҡтыра, һалҡын тейеү, йәки вируслы ауырыуҙарҙан һаҡланырға булыша.
Ғалимдар ялан аяҡ йөрөүҙең файҙаһын һалҡынса һыу менән ҡойоноу йәки иртән йүгереп ҡайтыуға тиңләй. Өйҙә ялан аяҡ йөрөп, йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолоп була. Ул умыртҡалыҡ ауырыуҙары, ҡан баҫымы күтәрелеү, шешенеү, аяҡтар тирләүҙән дә файҙалы.
Ялан аяҡ йөрөү кескәйҙәргә айырыуса килешә. Координацияһы яҡшыра, мускулдары нығый, организмы сыныға.
Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән