Үҙенсәлекле туҡланыу диетаһына эйә япондарҙан беҙгә лә өлгө алырға булыр ине, сөнки улар араһында ҡартайғансы һау-сәләмәт йәшәгән, бына тигән физик формала, көслө иммунитетҡа эйә булған йөҙйәшәрҙәр күп. Быуаттар алмашынып торһа ла, япондар үҙҙәренең аш-һыуын зарарлы аҙыҡтар ҡулланыуҙан һаҡлай алған. Улар ябай аҙыҡтар менән туҡлана, мәҙәниәттәре нигеҙендә ятҡан “гармония”, “сама”, “үҙеңә эйә булыу” төшөнсәләре туҡланыуға ла ҡағыла.
Япондар элек-электән үҙҙәренең тән төҙөлөшөн һәм уның мөмкинлек сиктәрен яҡшы белгән. Самурайҙарҙың табынында төп аҙыҡ булып экологик яҡтан таҙа, ген инженерияһынан һәм химик эшкәртеүҙәрҙән азат дөгө һаналған. Рационды баклажан, аҡ торма, һуған, ҡуҙаҡлылар, бамбук, соя тулыландырған. Емеш-еләк һәм йәшел сәй дарыу урынына ҡулланылған. Табынды бал йәмләгән. Бына шулай япон халҡының милли туҡланыу мәҙәниәте барлыҡҡа килгән.
Бөгөнгө табындары бер ни тиклем үҙгәрһә лә, сама белеү, зарарлы аҙыҡтар ҡулланмау, аш-һыуҙың ябайлығы һаҡланған. Япондар кухняһын иғтибарлап өйрәнһәң, һәр блюдоның ябығыу өсөн бына тигән рецепт икәнен күрергә була. Улар рациондарын йәшелсә, балыҡ һәм ит иҫәбенә киңәйтә төшкән. Татлы-тәмле аҙыҡтар элеккесә бик аҙ ҡулланыла. Туҡланыуҙың был системаһы, һис шикһеҙ, хәүефһеҙ рәүештә уңышлы ябығырға ярҙам итә. Бөгөн уларҙың өҫтәлендә төп урынды төрлөсә әҙерләнгән балыҡ биләй. Диңгеҙ кәбеҫтәһе, йәшелсә, соя аҙыҡтары менюны тулыландыра.
Дөгө – япондар туҡланыуының нигеҙе. Аҙыҡтар исемлеген емеш-еләк һәм йәшел сәй тамамлай. Япондарҙың ғәҙәттәге көндөҙгө ашы – дөгө менән ҡыҙҙырылған балыҡ, мисо ашы, бешерелгән йәшелсә һәм йәшел сәй. Омега-3 май кислотаһы менән байытылған рацион япондарға планетаның йөҙйәшәрҙәр исемлегендә алдынғы рәттә барырға ярҙам итә. Өҫтәүенә уларҙың аш порцияһы европалыларҙыҡы менән сағыштырғанда өс тапҡырға кәм! Көнсығыш халҡы мәҙәниәте бала саҡтан кешене һәр телемдең тәмен белеп ашарға өйрәтә. Ябығыу өсөн бик мөһим принцип бит был: аҙыҡты ашыҡмай, яйлап, ентекле сәйнәп ашарға кәрәк!
Динә АРЫҪЛАНОВА