Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Март 2023, 07:00

Үңәҙ (плесень): уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Яңылыш үңәҙле аҙыҡ ашаһаң ни эшләргә? Ул зыянлымы, әллә, киреһенсә...

Үңәҙ (плесень): уйҙырма һәм ысынбарлыҡ
Үңәҙ (плесень): уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Теләһә ниндәй аҙыҡты ла оҙайлы ваҡыт һәм дөрөҫ итеп һаҡламаһаң, ул үңәҙ (плесень) менән ҡаплана. Уны ашау һәм хатта еҫкәп ҡарау ҙа хәүефле, бының һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүе ихтимал. Аҙыҡта бәшмәктәрҙең барлыҡҡа килеүе уның серей башлауы тураһында һөйләй, тимәк унда патогенлы микробтар һәм бактериалар үҫешкән. Боҙолған ризыҡты ашау: аллергия реакцияларына, паразиттар йоҡтороуға, аш һеңдереү боҙолоуға, уртаса һәм ауыр дәрәжәләге ағыуланыуға, бауырҙың ҡатмарлы йәки кире ҡайтмаҫ зарарланыуына, ашҡаҙандан эске ҡан килеүгә, бөйөр йәки үпкә эшендәге боҙолоуға килтереүе ихтимал.

Ябайлаштырып әйткәндә, үңәҙҙе ашау – үҙеңдең хәлеңде насарайтыу йәки хроник сирҙәрҙе киҫкенләштереү тигәнде аңлата. Дауалауы ауыр һәм өҫтәмә эффекттарға эйә булған сальмонеллез йоҡторорға ла була. Ваҡытында ашылмаған һөт ризыҡтарында, иттә һәм консерваларҙа ботулизмға сәбәпсе токсин булыуы мөмкин – был сир бик тиҙ үҫешә һәм ғүмер өсөн хәүефле. Ә иң ҡурҡынысы – өс йөҙҙән дә кәм булмаған ағыулы үңәҙ берләшмәләре, микотоксиндар организмда кире ҡайтмаҫлыҡ үҙгәрештәр етештерергә һәм онкология ауырыуҙарына этәрергә мөмкин.

Аҙыҡта үңәҙ барлыҡҡа килмәһен өсөн тик сифатлы аҙыҡ-түлек алырға һәм уны дөрөҫ итеп һаҡларға кәрәк. Ә бына бер өлөшөнә бәшмәк төшөп өлгөргән ризыҡты ҡотҡарырға маташыу кәрәкмәй. Мәҫәлән, бер яҡ ситендә үңәҙ күренә икән, уны ҡырҡып ташлап, икенсе яғын ашарға ярамай, сөнки бер төшкән бәшмәк, әлегә күренмәһә лә, бөтә еренә лә эләккән булыуы ихтимал. Ҡаты сырҙар, кәбеҫтә, картуф кеүек тығыҙ йәшелсәләр һәм сей килеш ҡаҡланған колбасаны ғына шулай ашарға була, сөнки уларҙың текструраһы ҡалын һәм үңәҙ тиҙ тарала алмай. Ә бына өйҙә әҙерләнгән ҡайнатма йәки консерваларҙың өҫтөндә бәшмәк сыҡһа, уны таҙартып та ашап ҡуймағыҙ. Бәшмәген алып ташлап, кире ҡайнатып алырға ла ярамай, ҡайнатыу бактерия менән спораларҙы юҡҡа сығарһа ла, микротоксиндарҙан ҡотҡармай.

Үрҙә әйтелгәнсә, үңәҙле аҙыҡты еҫкәргә лә ярамай, сөнки тын алған саҡта уның споралары организмға эләгеүе һәм аллергияға килтереүе бар.

Яңылыш үңәҙле аҙыҡ ашаһаң ни эшләргә? Күпселек осраҡта, әллә нимә булырға тейеш түгел. Һәр хәлдә бер тапҡыр боҙолған икмәк киҫәге ҡапҡандан микротоксикоз булмаҫ. Ә бына аллергия йәки ауыр булмаған ағыуланыу ихтимал. Шуға күрә 24 сәғәт дауамында хәлегеҙҙе тикшерегеҙ. Тыныслыҡ өсөн адсорбент һәм аллергияға ҡаршы дарыуҙар ашарға була. Ә температура күтәрелеп, ҡоҫҡо килә башлаһа, эс китһә – табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: medboli.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: