Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Март 2023, 14:45

Республика Башлығы “Танып” шифаханаһының рекреацион ҡеүәтен юғары баһаланы

Рәсәй төбәктәре республикабыҙҙағы кеүек шифаханалар менән маҡтана алмай

Республика Башлығы “Танып” шифаханаһының рекреацион ҡеүәтен юғары баһаланы
Республика Башлығы “Танып” шифаханаһының рекреацион ҡеүәтен юғары баһаланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Асҡын районына эш сәфәре барышында “Танып” шифаханаһында булды. Уның төп дауалау үҙенсәлектәре – минераль һыуҙар һәм континенталь урман климаты.

Һауыҡтырыу учреждениеһында мансардалы ике биш ҡатлы торлаҡ корпус, дауалау-диагностика блогы, һыу менән дауалау йорто, ял үҙәге бар. Бөтә корпустар бер-береһенә йылы үткәүелдәр менән тоташҡан. Шифахананың һыйҙырышлылығы 218 кеше.

“Танып” шифаханаһында һөйәк-мускул системаһы, аш һеңдереү ағзалары, тире, тын алыу ағзалары, нервы һәм эндокрин системалары һәм ҡан әйләнеше ауырыуҙарын дауалайҙар. Учреждение “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 шифаханаһы” федераль рейтингы буйынса илдең иң яҡшы 30 шифаханаһы иҫәбенә инә. Башҡортостан Башлығы шифахана биләмәһен ҡараны һәм уның дауалау-һауыҡтырыу ҡеүәте менән танышты.

Радий Хәбиров шулай уҡ минераль һыу ҡойоу цехында булды. Был йүнәлеште шифахана 2013 йылдан алып үҫтерә. Тәүлегенә бында 10 мең литр самаһы дауалау-туҡланыу һәм шишмә һыуы сығарыла. Уны Башҡортостан, Татарстан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең, шулай уҡ Пермь крайының ваҡлап һатыу магазиндарында һаталар.

Төбәк етәксеһе “Танып” шифаханаһының рекреацион ҡеүәтен юғары баһаланы.

 – Рәсәй төбәктәре республикабыҙҙағы кеүек шифаханалар менән маҡтана алмай. Башҡортостанда шифаханалар селтәре булдырылған. "Танып" – райондағы төп предприятиеларҙың береһе. Бында бик яҡшы тәбиғәт шарттары, яҡшы матди база, көслө менеджмент. Былар барыһы ла шифахананың мөмкинлектәрен уңышлы үҫтерергә мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: