Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Март 2023, 08:30

Ашығыс ярҙам тиҙерәк килеп етәсәк

Ашығыс ярҙам регламентта ҡаралған 20 минут эсендә осраҡтарҙың 97 процентында  барып етә...

Ашығыс ярҙам тиҙерәк килеп етәсәк
Ашығыс ярҙам тиҙерәк килеп етәсәк

Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен үҙәкләштереү уның пациенттарға барып етеү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирҙе. 2022 йылда был хеҙмәттәрҙе берләштереү тамамланды. Хәҙер хәлдәре ауыр, экстрен медицина ярҙамы һәм дауаханаға һалыу талап ителгән ауырыуҙарға тиҙерәк барып етәсәктәр. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә бындай берләштереү осраҡтары күҙәтелә.

Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте туғыҙ медицина округы базаһында шунса муниципаль-ара бүлексәнән тора, шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашҡан психиатрия дауаханаларындағы махсус ике бүлексә лә инә. Былтыр юл-транспорт ваҡиғаларына барып етеү күрһәткесе 2,6 процентҡа яҡшырған. Ашығыс ярҙам регламентта ҡаралған 20 минут эсендә осраҡтарҙың 97 процентында ваҡытында барып етә. Юл-транспорт бәләһенә юлығып, травматология үҙәктәренә илтелгән кешеләр өлөшө лә артҡан.

–Һәр медицина округында берҙәм диспетчер хеҙмәте төҙөү ашығыс ярҙам бригадаларына идара итеүҙе, саҡырыуҙың башҡарылыуын контролләүҙе, шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген яҡшыртты. Кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүсе бөтә подстанцияларҙы берләштереү медицина учреждениелары араһындағы күсәгилешлекте яҡшыртыуға булышты. Ә республиканың бөтә биләмәһендә медицина персоналының берҙәм эш итеү алгоритмдарын индереү ярҙам сифатын күтәрергә, киҫкен коронар синдромы күҙәтелгән, баш мейеһенең ҡан әйләнеше боҙолған, имгәнгән экстрен ауырыуҙарҙы төбәк үҙәктәренә маршрутлауҙы ойошторорға мөмкинлек бирҙе, – тине Ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең баш табибы Аяз Камалов.

Бөгөн республикала 331 ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы эшләй. Уларҙың күпселеге – фельдшерҙар. Экстрен саҡырыуҙарға махсус табип һәм профилле реанимация , кардиология һәм психиатрия бригадалары сыға. Былтыр улар 1 162 721 саҡырыуҙы үтәгән, шуның алты проценты һөҙөмтәһеҙ (ялған саҡырыуҙар, медицина ярҙамынан баш тартыу, килеп еткәнсе пациенттың үлем осрағы) иҫәпләнгән. 2021 йыл менән сағыштырғанда былтыр киҫкен йөрәк сире һәм миокард инфаркты яңынан ҡабатланған пациенттарға саҡырыуҙар һаны артҡан. 63 меңдән ашыу кешегә медицина эвакуацияһы талап ителгән.

Республикаға идара итеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ашығыс медицина ярҙамы эшмәкәрлеге буйынса халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр һаны кәмегән. Мәҫәлән, былтыр декабрь айында эпидемиологик хәл киҫкенләшкән мәлдә 61 кеше мөрәжәғәт итһә, быйыл март айында ни бары 13 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

 Оҙаҡламай ашығыс ярҙамды яңыртыу буйынса проект раҫланырға тейеш. Планға ярашлы, ашығыс ярҙам подстанциялары өсөн модулле биналар, йыһаздар, ашығыс ярҙам машиналары, махсус кейем алынасаҡ, шулай уҡ ашығыс ярҙам бригадалары менән идара итеү процесын автоматлаштырыу буйынса программалар ғәмәлгә индереләсәк. Ошо көндәрҙә республикаға федераль бюджет иҫәбенә “В” класындағы 14 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы алынды. Улар халыҡҡа ашығыс ярҙам күрһәтеү һәм транспортта илтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һәр машина дефибриллятор, электрокардиограф, портатив пульсоксиметр, үпкәне яһалма елләтеү аппараты һәм башҡа ҡорамалдар менән комплектланған.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: