Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
29 Март 2023, 13:00

Ғүмер оҙайлығы артты, был - иң мөһиме

Андрей Назаров былтыр медицина тармағында ниҙәр башҡарылғаны тураһында һөйләне.

Ғүмер оҙайлығы артты, был - иң мөһиме
Ғүмер оҙайлығы артты, был - иң мөһиме

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 52-се ултырышында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2022 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Төп доклад менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны. Ул уҙған йылды тотош Рәсәй, Башҡортостан һәм һәр беребеҙ өсөн ныҡлыҡҡа һынау булды тип атаны.

– Беҙ иҡтисадты санкциялы ысынбарлыҡҡа ҡарап үҙгәрттек. Социаль ярҙам системаһын яҡшырттыҡ. Граждандарыбыҙҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, республика үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшеү өҫтөндә эшләнек. Дуҫ булмаған дәүләттәрҙең санкция баҫымына системалы һәм яйға һалынған эште ҡаршы ҡуйҙыҡ. Коронавирус пандемияһы осоро менән сағыштырғанда ла идара итеүгә бәйле ҡарарҙарҙы әҙерләү тиҙлеген, сифатын арттырҙыҡ. Һис шикһеҙ, эште үҙгәртеп ҡороу тиҙләтеүҙе, ҡануниәт процестарын талап итте, – тине ул һәм депутаттарға был эштәге тиҙлек өсөн рәхмәт әйтте.

Андрей Назаров белдереүенсә, Хөкүмәт сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш тармаҡтарында республиканың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итте. Иҡтисадты үҫтереү, йәшәү сифатын яҡшыртыу бурыстарын хәл итеү өсөн бөтә эске резервтар туплана.

Премьер-министр һәр тармаҡҡа айырым туҡтап, төп күрһәткестәрҙе билдәләне. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлауҙа медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын арттырыу һәм ул һәр кемгә барып етә алһын өсөн тырышалар. Тармаҡты үҫтереүгә 104 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Һуңғы өс йылда 11 ҙур медицина объекты төҙөлгән, улар араһында дүрт йоғошло ауырыуҙар госпитале лә бар. 17,5 миллиард һумлыҡ ҡорамалдар, 299 берәмек санитар автотранспорт алынған.

– Беҙҙә республиканың 38 медицина ойошмаһы юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтә. Үткән йылда ғына был ярҙамды 24 меңдән ашыу кеше алған. Ауылда, ҙур административ үҙәктәрҙән алыҫта ятҡан урындарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһенең нисек киҫкен тороуын беләбеҙ. Өс йылда республикала 258 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табип амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырылды. Һөҙөмтәлә медицина хеҙмәтләндереүе менән өҫтәмә рәүештә 150 меңдән ашыу кеше мәшғүл. Әле беҙҙә – ике меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты. Был – илдәге иң ҙур селтәрҙәрҙең береһе, – тине ул.

Андрей Геннадиевич табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары тураһында ла әйтте. Мәҫәлән, быйылдан башлап ҙур булмаған тораҡ пункттарҙа эшләй башлаған терапевтар, педиатрҙар һәм дөйөм практика табиптары өс миллион һум аҡса аласаҡ.

Былтыр республикала 36 мең 213 бала тыуған. Был һан буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләйбеҙ. Шуныһы мөһим, сабыйҙар үлемен 25 проценттан ашыуға кәметеүгә өлгәшелгән. Үлем күрһәткесе лә 26,5 процентҡа кәмегән. Абсолют мәғәнәлә был - 18 мең самаһы кеше.

Көтөлгән ғүмер оҙайлығы – 73,01 йәш. Йыллыҡ үҫеш 3,52 йыл тәшкил иткән!

“112” Берҙәм төбәк хеҙмәте эшенең һөҙөмтәлелеген артабан арттырыу ҙа – өҫтөнлөктәр иҫәбендә. Табипҡа яҙылғанда яуап көтөү ваҡытын 72-нән 53 секундҡа тиклем кәметтек. Эштең тиҙлеген артабан да арттыра барасаҡбыҙ. Бынан тыш, ауыл халҡы өсөн медицина ярҙамының сифатын күтәреүҙе дауам итербеҙ. Алдағы өс йылда 12 поликлиниканы, 327 фельдшер-акушерлыҡ пунктын һәм табип амбулаторияһын, 24 участка дауаханаһын файҙаланыуға тапшырабыҙ.

Фото: mkset.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: