Өфөләге “Мэди” компанияһының гастроэнтерологы Гөлнар Морат ҡыҙы Сәхәүетдинова терапевт та, кардиолог та булып танылған, шуға күрә уға тын юлы, йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокринологик сирҙәр менән мөрәжәғәт итеүселәр күп. Белгестең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәт стажы – 36 йыл.
Уның эшмәкәрлеге тураһында яҡшы тәьҫораттарын, рәхмәт һүҙҙәрен пациенттары йыш еткерә. “Урындағы поликлиниканың эше менән беҙ ҡәнәғәт түгел, ә әсәйемә белдекле кардиолог бик кәрәк ине. Ярай әле Гөлнар Морат ҡыҙын таптыҡ, быға бик шатбыҙ”, – тип яҙа бер пациент. “Доктор миңә ентекле итеп барыһын да аңлатты, – ти икенсе береһе. – Бөтә һорауҙарға яуап бирҙе, тикшереүгә йүнәлтмәләр яҙҙы. Мин бик ҡәнәғәтмен”.
Гөлнар Сәхәүетдинова – медицина фәндәре докторы.
Фото Г. Сәхәүетдинованың шәхси архивынан.