7 апрель - Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә республиканың иң яҡшы табибына конкурс бара. Улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирә башлайбыҙ.
Конкурсанттарҙың беренсеһе – Архангел үҙәк район дауаханаһының табип-рентгенологы Илдар Зиннәт улы Бәширов.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һөнәренә йәне-тәне менән бирелгән кешеләр генә эшләйҙер ул, сөнки еңел булмаған тынғыһыҙ медицина хеҙмәте фиҙакәрлек, оло яуаплылыҡ талап итә. Ә был һәр кемдең ҡулынан киләме һуң? Тик күңеленә ятышлы һөнәрҙе һайлағандар ғына ғүмер буйы дәртләнеп эшләй, һөнәренә тоғро ҡала һәм ихтирам ҡаҙана.
Табип Илдар Зиннәт улы хаҡында ла тап шулай тип әйтергә була Ул - Рәсәй хәрби хеҙмәте ветераны, отставкалағы медицина хеҙмәте подполковнигы һаман да алғы сафта. Район халҡының сәләмәтлеген хәстәрләп, ең һыҙғанып эшләүен дауам итә. Илдар Бәширов - коллективта тәжрибәле, абруйлы хеҙмәткәр, йәш табиптарға кәңәштәре лә урынлы. Үҙ эшен яратып башҡарған белгесте район халҡы хөрмәт итә. Ихлас күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре - ошоға дәлил.
Фото И. Бәшировтың шәхси архивынан.