“Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән. Был һүҙҙәр әле лә көнүҙәк.
JAMA Internal Medicine баҫмаһында донъя күргән мәҡәләлә 17 мең өлкән йәштәге ҡатындың дүрт йыл буйы көн һайын күпме аҙым яһауы тураһындағы мәғлүмәттәрҙең теркәлә барыуы тураһында яҙылған. Һөҙөмтәлә көнөнә 4400 аҙым үткән ҡатынға, барлығы 2700 аҙым үткән гүзәл зат менән сағыштырғанда, аҙыраҡ, 41 процент, үлем хәүефе янауы асыҡланған.
Икенсе тикшереү 60 йәше тулып үткәндәрҙең көнөнә 6000 – 9000 аҙым үтеүе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен 40 – 50 процентҡа кәметеүен асыҡлаған. Һөҙөмтәлә ғалимдар өлкән йәштәгеләрҙең тәүлегенә 7000-8000 аҙым үтергә тейешлеген теркәгән.
Һәр тикшереү әүҙемлектең сәләмәтлеккә яҡшы тәьҫир итеүен күрһәткән. Аҙнаһына 5000 аҙым үтеү – аҙ хәрәкәт итеүҙе, ә 7500 аҙым яһау әүҙем тормош алып барыуҙы аңлата.
Күберәк хәрәкәтләнеү мотлаҡ спорт йәки тренажер залында көндәлек күнекмәләр яһауҙы аңлатмай. Мәҫәлән, ябай ғына иртәнге зарядка көн буйына бына тигән кәйеф бүләк итә. Тимәк, көн дә матур үтә, тигән һүҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА