Был йәшелсә төрлө витаминдарға бай, унда кальций, селен, цинк, магний, фосфор бар.
Өҫтәүенә, кишер каротин буйынса татлы боростан ғына ҡалыша. Ә был йәшелсәне, ғәҙәттә, күҙгә файҙалы, тиҙәр. Тик ул тағы кешегә энергия бирә, иммунитетты яҡшырта, кальцийға байыта, йөрәк мускулдарын нығыта, бауырҙы таҙарта, холестеринды ҡыуа, ҡан тамырҙарының стенаһын таҙарта, нервыларҙы тынысландыра. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән кишер теш ҡаҙнаһын һәм эмален нығыта, хатта арыуҙы бөтөрә, кәйефте күтәрә.
Кишер – инфекциялар менән көрәшеүҙә организмға булышлыҡ итеүсе бета-каротин байлығы. Шуға белгестәр һәр көн ыуылған кишер ашарға тәҡдим итә. Калийға бай йәшелсәнең һутын даими эскәндә ҡан тамырҙары киңәйә. Тимәк, йөрәккә артыҡ көс төшмәйәсәк. Был ағза өсөн кишерҙә тағы кумарин бар. Ул гипертензияның (юғары ҡан баҫымы) кәмеүенә һәм йөрәк сәләмәтлеген һаҡлауға булышлыҡ итә.
Тик һәр нәмәлә алтын урталыҡ һаҡларға кәрәк, тигән кеүек, кишерҙе ашағанда ла сама белеү зарур. Бигерәк тә йөклө ҡатындарға, гастрит, ашҡаҙанында башҡа сирҙәр булғандарға, аллергия менән йонсоғандарға был йәшелсәне һаҡлыҡ менән ашарға кәңәш ителә.
Айһылыу НИЗАМОВА