"Хәйерле кис барығыҙға ла, бөгөн ифтар ашына ни әҙерләнем шуның менән бүлешеп китәйем, бәлки кемгәлер кәрәге лә тейер, видеоһын да ҡарағыҙ .
Әҙерләнеше (ҡыҫҡаса ғына яҙам) : иң тәүҙә тауыҡ итен һурпала бешереп алам да, итен алам,һурпаһына кәбеҫтә эре итеп һәм картуф яртышар киҫеп бешерергә һалам, майлы табала һуған менән итте ҡурып алам, тәмлеткестәр, түңәрәкләп һуған ҡушып, яҡшы ғына итеп шырылдатып ҡурып алам. Һурпала картуф һәм кәбеҫтә тиҙ бешә, бешкәс алам да туҡмас йәки паутинка вермишель ташлайым, шыйыҡ аш була.
Табынға картуф, кәбеҫтә, бешкән һуған, кишер, өҫтөнә эре киҫәкләп ит ҡуям һәм һурпа (туҡмас ашы) бер юлы бирелә табынға.
Әҙерләү ваҡыты бер сәғәт кенә", -тип яҙған Гөлгөнә Байегетова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә.
Видео һәм фото: Гөлгөнә Байегетова.