Тиҙҙән бәпембә япраҡтары ла баш ҡалҡытыр, күптәр ҡый үләне тип иҫәпләгән үҫемлектең шифаһы бик ҙур. Был хаҡта Гөлдәр Йәғәфәрова бына нимәләр яҙған:
“Мин бәпембә япрағын киптереп йөрөйөм.
Холестерин кимәлен төшөрә, мәтдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ла файҙалы.
1 аш ҡалағы кипкән япраҡҡа 1 стакан эҫе һыу ҡойорға ла 2 сәғәт тондороп ултыртырға, унан һөҙөргә һәм көнөнә 1/4 стакандай өс тапҡыр эсергә.
Был мәҡәләне журналға ебәргән кеше инсульт үткәргән була, табиптар уның ҡәҙимгесә атлап йөрөй һәм һөйләшә алыуына гарантия бирмәйҙәр. Бер йыл ошондай төнәтмәне эсә һәм һауыға.
Әйткәндәй, бәпембә сәскәһенән төнәтмә быуындар һыҙлауынан яҡшы. Ә тамыры хатта яман шеш сиренә ҡаршы ҡулланыла...
Бәпембәнең япрағынан хатта йомортҡа ҡушып салат та эшләп ашарға тәҡдим итәләр", - тип яҙа ул.
Шулай ҙа һәр үләнде файҙаланыр һәм төнәтмәне ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото һәм текст сығанағы: "Таң" гәзитенән.