Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының күсмә комплексы республика райондары буйлап юлға сыға, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
4 апрелдән 6 апрелгә тиклем комплекс Балтас районында эшләйәсәк. Халыҡҡа консультатив ярҙамды пульмонолог, невролог, уролог, ангиохирург, нефролог кеүек белгестәрҙән торған бригада күрһәтәсәк. 5 апрелдә күсмә комплекс Борай районына юлға сығасаҡ. Пациенттарҙы уролог, гастроэнтеролог һәм ревматолог ҡабул итәсәк. 25-27 апрелдә Яңауыл халҡының ангиохирург, уролог, гинеколог һәм неврологтан консультация алыу мөмкинлеге бар.
Белгестәр лаборатор тикшеренеүҙәр, функциональ һәм инструменталь диагностика үткәрәсәк, бынан тыш, пациенттар электрокардиограмма, ультратауыш тикшеренеүе үтәсәк.
Фото: “Башинформ”.