Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Апрель 2023, 22:10

«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсының финалы яҡынлаша

  Бәйге ныҡлы ғаиләгә һәм сәләмәт йәшәүгә йүнәлеш тота. Билдәле булыуынса, бөгөн...

«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсының финалы яҡынлаша
«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсының финалы яҡынлаша

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсының финалы яҡынлаша.

Бөгөн, 4 апрелдә, конкурстың йомғаҡлау өлөшө - төрлө райондарҙан ҡатнашыусыларҙың презентацияларын асыҡ яҡлауы башланды. Дүрт көн дауамында, 7 апрелгә тиклем, профилле министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәренән торған эксперт комиссияһы бәйгеселәрҙең проекттарын баһалаясаҡ. Улар - Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары муниципаль район хакимиәттәре тәҡдим иткән заявкалар, видеороликтар менән танышасаҡ. «Айыҡ ауыл» исеменә 54 ауыл дәғүә итә - һәр райондан берешәр. Презентацияларҙы яҡлауҙа урындағы әүҙемселәр, хакимиәт вәкилдәре ҡатнаша.

Конкурс координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны, презентация материалдарын яҡлау регламенты менән таныштырҙы.

“Былтырғы тәжрибә буйынса шуны әйтә алабыҙ: бындай формат бик уңышлы булды, ҡатнашыусыларҙың коллегаларын яҡлағанда ҡатнашыу, уларҙың тәжрибәһен, уларҙың иң яҡшы үҙенсәлекле тәжрибәләрен үҙләштереү мөмкинлеге бар. Яҡлау номинациялар буйынса уҙасаҡ”, - тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.

"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусылар сәләмәт йәшәү рәүеше өлгөһөн күрһәтә. Быны барыһы ла - ата-әсәләре, балалары, күршеләре, туғандары ла белә. Проект эскелеккә ҡаршы ҙур пропаганда алып бара, ауыл һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индерә", - тип билдәләне Рузалиә Хисмәтуллина, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, "Айыҡ ауыл-2022" конкурсының эксперт комиссияһы ағзаһы.

«Айыҡ ауыл»дың социаль әһәмиәтен республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләне:

- Йәмәғәтселектең нисек илһамланғанын күрәбеҙ. Бәйгенең һәр сараһы ныҡлы ғаиләгә һәм сәләмәт ауыл йәмғиәтенә йүнәлеш тота. Кешеләрҙең йәшәргә һәм эшләргә, йәштәрҙе үҫтерергә теләүе күренеп тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ленара Хәким ҡыҙы. Министр әйтеүенсә, бөтә йәштәге һәм социаль ҡатламдарҙы йәлеп иткән саралар дауам итергә тейеш.

Билдәле булыуынса, республикала «Айыҡ ауыл» конкурсы 2011 йылдан уҙғарыла. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән конкурс тергеҙелде.

Проект республика халҡының әүҙемлегенә бәйле уңышлы тормошҡа ашырыла. Хатта иң бәләкәй тораҡ пункттар ҙа унда дәррәү ҡатнашып, эскелеккә ҡаршы алып барылған эштәрҙә һиҙелерлек ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә. Көнүҙәк проблемаларға ҡарата битараф булмаған төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштереп, проект төбәгебеҙҙең граждандар йәмғиәтенә ыңғай йоғонто яһай.

Республика Хөкүмәтенең, муниципаль райондар хакимиәттәренең, Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә ярҙам фондының булышлыҡ итеүе проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуына ҙур өлөш индерә. 2019 йылда конкурсты финанслау, Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, ижтимағи әһәмиәтле программаларҙы тормошҡа ашырыуҙағы сығымдарҙы финанс йәһәттән тәьмин итеүгә субсидия иҫәбенә атҡарылды.

«Айыҡ ауыл-2022» конкурсы 2022 йылдың сентябрендә башланды. Ул 30 апрелгә тиклем ике этапта үтә: муниципаль (2022 йылдың 1 сентябренән 25 декабренә ҡәҙәр райондарҙағы тораҡ пункттар араһында); республика (2023 йылдың 1 ғинуарынан 30 апреленә тиклем район этабында еңгәндәр араһында).

«Айыҡ ауыл-2022» конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыу өсөн 1120 ауылдан заявка бирелде.

Һөҙөмтәләр буйынса, 2023 йылдың июнендә республика кимәлендә 12 еңеүсе билдәләнәсәк (һәр номинацияла - өсәр):

«Эре тораҡ пункттар»;

«Ҙур тораҡ пункттар»;

«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар»;

«Бәләкәй тораҡ пункттар».

Приз фонды республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылда 40 миллион һумға тиклем еткерелде.  Алты миллион күләмендәге иң ҙуры «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында еңгән ауылға тапшырыласаҡ. «Ҙур тораҡ пункттар»; «Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар»; «Бәләкәй тораҡ пункттар» номинациялары еңеүселәренә 5, 4 һәм 3 миллион һум бирелә. Приздың суммаһы ауылдың ҙурлығына бәйле буласаҡ.

«Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы Гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, ағымдағы йылда 2019 - 2021 йылдарҙағы «Айыҡ ауыл» һөҙөмтәләре буйынса Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы, уның эшендә артабан файҙаланыу өсөн ауыл халҡы араһында һорау алыу үткәреү, конференция йомғаҡтары буйынса мәҡәләләр йыйынтығы сығарыу, шулай уҡ конкурсты ойоштороуҙа, үткәреүҙә, документтар туплауҙа осраған хаталарҙы иҫәптә тотоп, методик кәңәштәр әҙерләү планлаштырылған.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: