Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге Хөкүмәт ултырышында балаларға паллиатив медицина ярҙамы ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде. Бөгөн 823 бала уға мохтаж.
– Өс йыл эсендә паллиатив хеҙмәт өсөн медицина ҡорамалдары һәм тотона торған материалдар һатып алыуға республика бюджетынан 434 миллион һум самаһы аҡса бүленде. Әлеге ваҡытта Өфөлә хоспис төҙөлөшө алып барыла, уны быйыл йәй асыу планлаштырыла, – тине Андрей Назаров.
Паллиатив медицина ярҙамы өсөн медицина әйберҙәре Башҡортостанда федераль һәм төбәк бюджеттары аҡсаһына һатып алына. Былтыр ошо маҡсатҡа 142 миллион һумдан ашыу бүленгән. Паллиатив медицина ярҙамы бүлексәләре һәм күсмә патронаж бригадалар өсөн 108 берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған.
Республика балаларына паллиатив медицина ярҙамы амбулатор һәм стационар шарттарҙа күрһәтелә. Уҙған йылда стационар шарттарында – 581, 2023 йылдың башынан 142 бала паллиатив медицина ярҙамы алған. Күсмә патронаж хеҙмәтенең өс бүлексәһе амбулатор паллиатив ярҙам күрһәтә. 2022 йылда улар өйҙәренә 2 769 тапҡыр барған.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, паллиатив медицина ярҙамына мохтаж пациенттарҙың күбеһе – үҙәк нервы системаһы сирле балалар – 69%, икенсе урында – тыумыштан үҫеш кәмселеге – 11,5%, өсөнсөлә – нәҫелдән килгән һәм хромосома ауырыуҙары – 7,5%, дүртенселә – онкология пациенттары – 5,7%. Өй шарттарында өс бала – инвазив үпкәне яһалма елләтеү аппаратында, ете бала инвазив булмаған үпкәне яһалма елләтеү аппаратында дауалана.
Башҡортостанда паллиатив медицина ярҙамы күрһәткәндә берҙәм күсәгилешлелек системаһы төҙөлгән. Медицина ойошмаларында практик, ойоштороу-методик ярҙам тормошҡа ашырыла, күрһәтмәләр булһа, көндөҙгө һәм дистанцион консультациялар, телемедицина консультациялары ойошторола, шул иҫәптән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының федераль учреждениелары менән. Юғары һәм урта звено белгестәрен уҡытыу алып барыла. Башҡорт дәүләт медицина университетының Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты һәм Квалификацияны күтәреү үҙәге базаһында эшләй.
Республика хосписын төҙөү дауам итә, уның базаһында 40 койкалыҡ өлкәндәргә, 20 койкалыҡ балаларға паллиатив медицина ярҙамы бүлексәләрен асыу күҙаллана.
Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына объектты сафҡа индергәндән һуң паллиатив медицина ярҙамына мохтаж балаларҙың маршрутизацияһын билдәләргә, медицина ойошмаларының вәкәләттәрен яңынан бүлергә ҡушты. Шулай уҡ Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә “паллиатив статус”ҡа эйә булған балалы ғаиләләрҙе социаль оҙатыу буйынса тәҡдимдәр индерергә кәрәк.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20570/