Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Апрель 2023, 21:15

Реабилитация программаһы көсәйтелә

Программа сығымдарының төп өлөшө ҡорамалдар һатып алыуға тотонола. Былтыр 350 ҡорамал алынған

Реабилитация программаһы  көсәйтелә
Реабилитация программаһы көсәйтелә

2022 йылда ”Башҡортостан Республикаһында сәләмәтлекте тергеҙеү өсөн оптималь медицина реабилитацияһы” программаһын тормошҡа ашырыуға 295 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде.

Былтыр был средстволарға алынған реабилитация ҡорамалдары менән биш медицина ойошмаһы – Республика табиплыҡ-физкультура диспансеры, Республика  һуғыш ветерандары госпитале, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы, Белорет үҙәк район дауаханаһы һәм  17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы – йыһазландырылды.

– Пациенттарҙы айырыуса биологик кире бәйләнеш кабинетындағы реабилитация ҡыҙыҡһындыра. Аппараттар пациентҡа экранда уйын рәүешендә тән хәрәкәттәренә идара итергә мөмкинлек  биреүсе система менән йыһазландырылған. Яһалма интеллект хәрәкәттәрҙе ысынбарлыҡтағы ваҡытта билдәләй, күнегеүҙәрҙе дөрөҫ үтәргә ярҙам итә. Реабилитация профилендәге пациенттар дауалау системаһы ярҙамында хәрәкәтләнеү кәмселектәрен уйын рәүешендә тергеҙә, юғалтылған функцияларҙы тергеҙеүҙәге үҙгәрештәрҙе  күрә,– тип һөйләне баш табип урынбаҫары Регина Ноғоманова.

 Программа сығымдарының төп өлөшө ҡорамалдар һатып алыуға тотонола. Былтыр 350 ҡорамал алынған. Медицина реабилитацияһынан файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеү маҡсатында Өфө,Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Дүртөйлө, Белорет ҡалаларында, Архангел, Благовар, Дыуан райондарында медицина реабилитацияһы буйынса амбулатория бүлексәләре асылды. 2023 йылда 190 берәмек ҡорамал алыу планлаштырыла, уларҙың 148-е өлкәндәргә медицина реабилитацияһы менән тәьмин итеү, 42-һе балаларҙы дауалау  өсөн файҙаланыласаҡ. Нефтекама ҡала дауаханаһы, Стәрлетамаҡтың 1-се  ҡала дауаханаһы, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы , Өфөнөң 3-сө ҡала дауаханаһы, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы һәм Республика балалар клиник дауаханаһы  яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.

 

 Фото: gbusite.colain.ru

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас