Санитар авиация балта менән сабып имгәтелгән малайҙы Өфөгә алып килде.Уның ғүмерен һаҡлау өсөн Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары ныҡ тырыша.Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә хәбәр иткән.
“Бөгөн кескәй пациентты артабан нисек дауалау тактикаһы тураһында фекер алыштыҡ.Иҫегеҙгә төшөрәм, 2 апрелдә Стәрлебаш районында ҡот осҡос ваҡиға булды. Был хәл йәмәғәтселектә киң яңғыраш алды. Беҙгә хеҙмәттәштәрем менән күпте күрергә һәм кисерергә тура килгәне бар, әммә бындай вәхшилек башҡа һыйырлыҡ түгел.
Бала үҙәк район дауаханаһына бик ауыр хәлдә килтерелә. Тәнендә ҡырҡылған-йыртылған, онталған яралар бик күп була.Бала 40 проценттан ашыу ҡанын юғалтҡан.
Район дауаханаһы табиптары пациентты ҡабул итеп, тәүге ярҙамды күрһәткән һәм балалар санавиацияһы бүлексәһенә саҡырыу ебәргән. Өфөнән ашығыс рәүештә составында реаниматолог, травматолог һәм ҡан тамырҙары хирургы булған мультидисциплинар бригада юлға сыға.Улар төн буйы малайға операция яһай.Һөйәк ярсыҡтарын алалар, һөйәк өлөштәрен йыялар, яраларҙы тегәләр һәм дренажлап таҙарталар.
Тәүлек әйләнәһенә ул анестезиолог һәм реаниматолог күҙәтеүендә булды. Бөгөн хеҙмәттәштәрем уны баш ҡалаға эвакуациялау тураһында ҡарар ҡабул итте. Пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, реанимация бүлексәһендә.
Табиптар артабан ни булырын күҙаллай алмай, әммә баланың ғүмере өсөн ысын күңелдән ҡайғыра, йәлләй. Уның ғүмерен һаҡлау өсөн бөтә мөмкинлекте лә файҙаланасаҡбыҙ, тип әйтмәксемен”.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы