“Өфө клиник перинаталь үҙәге табиптары балаятҡыһында ҙур шеш үҫешкән йөклө ҡатынға Кесарь киҫеме ярҙамында ҡатмарлы операция яһаны”, - тип хәбәр итә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. “Акушер-гинекологтар 650 һәм 290 грамм ауырлығындағы ике шеште алып ташланы. Береһендә некроз билдәләре булған.
Йөклөлөк осоронда 30 йәшлек пациентта балаятҡы миомаһы асыҡлана. Йөклөлөктөң 39-сы аҙнаһында шеш ныҡ үҫешә. Ике төйөн баланың дөрөҫ ятмауына (арҡыры ятыуына) шарттар тыуҙыра. Шуға күрә сабыйҙы киҫем ярҙамында оператив рәүештә алырға ҡарар итәләр.
Сабыйҙы ҡулға алғас, табиптар консерватив миомэктомия үткәрә – төйөндәрҙе алып ташлайҙар, бала табыу ағзалары һаҡлана. Операция ваҡытында 1400 миллилитр ҡан юғалтыла. Cell Saver аппараты ярҙамында таҙартылған 500 миллилитр ҡан кире ҡайтарыла.
Бөгөн әсә һәм сабый ғаиләһе эргәһендә. Уның һаулығын тергеҙеү буйынса дауалау саралары дауам иттереләсәк”.
Оҫта ҡуллы табиптарға рәхмәт! Уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.