Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Апрель 2023, 17:16

“Зеленка”мы, йодмы?

Uspex-dacha.ru
Фото: Uspex-dacha.ru

Тәү ҡарашҡа “зеленка” ла, йод та ҡулланылышы буйынса бер төрлө кеүек. Әммә был яңылыш фекер. Уларҙың икеһе лә тирене йоғошһоҙландырыу өсөн ҡулланыла, тик һәр береһенең үҙ тәғәйенләнеше бар, препараттарҙы бутарға һис ярамай, тип яҙа Мед39.ру.

Бриллиант йәшел иретмәһен беҙ көнкүрештә “зеленка” тип атап йөрөтәбеҙ. Ул бик тиҙ тәьҫир итеүсе йоғошһоҙлан­дырыу сараһы. Бактерияларға, алтын стафилококка, дифтерия таяҡсаһына үле­месле тәьҫир итә. Уны әмәлиәттәрҙән һәм имгәнеүҙәрҙән һуң ҡалған йәрәхәттәрҙе, һыҙырылған, киҫелгән яраларҙы уңалтыу өсөн ҡулланалар. Шулай уҡ күҙ ҡабағына сыға торған шештәрҙе, арпа, блефарит һәм фолликулит сирҙәрен бөтөрөү өсөн зарарланған ергә һөртәләр.

Йод – йоғошһоҙландырыу һәм ялҡын­һыныуға ҡаршы сара. Тире, лайлалы тиресә сирҙәрен, миозит, невралгия ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланыла. Йод зеленкаға ҡарағанда зәһәрерәк. Уның иретмәһен яра ситләп кенә һөртәләр, дарыу йәрәхәткә тейергә тейеш түгел. Ул һытҡыларҙы киптереү өсөн дә файҙа­ланыла. Яндырыу үҙенсәлеге һөйәл һәм тиреләге бәшмәк сирҙәрен дауаларға ярҙам итә. Зарарланған урынды бер нисә тапҡыр йод төнәтмәһе менән эшкәртергә кәрәк. Йод тире рецепторҙарын ҡуҙғытып, туҡымаларҙы йылыта һәм ҡан әйләнешен яҡшырта. Был үҙенсәлеген ҡулланып, “йод селтәре” рәүешендә уны шештәрҙе, ҡаймығыуҙарҙы, имгәнгән, бәрелгән урын­дарҙы һауыҡтырыу өсөн файҙа­ланалар. “Зеленка”ны ла, йодты ла тәрән асыҡ яраларҙы уңалтыу өсөн ҡулланмайҙар. Бындай яралар тиҙерәк белгескә мөрәжәғәт итергә кәрәк икәнен иҫкәртә. Һәр осраҡта ла табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас