Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Апрель 2023, 10:30

Төҙәлә алмаҫлыҡ сирлеләргә дауахана асыла

Рәсәйҙәге иң ҙур хоспис быйыл йәй Өфөлә эшләй башлай.

Төҙәлә алмаҫлыҡ сирлеләргә дауахана асыла
Төҙәлә алмаҫлыҡ сирлеләргә дауахана асыла

Өфө хосписы күсмә бригадалар эше өсөн медицина лицензияһы алды. Илдең иң ҙур хосписы быйыл уҡ тәүге пациенттар өсөн үҙ ишектәрен аса. Бында 40 һәм 20 койкаға иҫәпләнгән өлкәндәр һәм балалар бүлексәләре урынлашасаҡ.

2023 йылда «Өфө хосписы» хәйриә фондында күсмә хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Улар киләсәктә хоспис базаһында эшләйәсәк, ә әлегә паллиатив профилдәге пациенттарға ярҙам күрһәтә башлаясаҡтар. Сирлеләр шулай уҡ социаль, психологик һәм юридик ярҙам ала аласаҡ.

Әлеге ваҡытта Дәүләт гарантиялары программаһы буйынса күрһәтеләсәк хеҙмәт төрҙәре билдәләнә. Был күләмдән юғары булған барлыҡ хеҙмәттәр өсөн «Өфө хосписы» хәйриә фонды түләйәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың беренсе кварталында республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында ультратауыш диагностикаһын алып барыуға лицензияһы булған медицина учреждениеларының һаны бер процентҡа артты. Бынан алда теркәлгән 465 медицина учреждениеһына тағы биш учреждение өҫтәлде.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20652/

Фото ufahospice.ru

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: