Башҡортостандан 168 бала 2021 йылдан алып “Изгелек ҡулсаһы” хәйриә фондының ярҙамын алды. Хәйриә фонды ярҙам төрҙәре исемлеген арттырҙы. Фонд дауаларға ярҙам иткән һирәк осраусы 71 сиргә тағы берәү өҫтәлде – үпкәне яһалма елләтеү аппаратына бәйле булыу менән ҡатмарланған арҡа мейеһенең муйын бүлеге миелопатияһы. Сирҙе еңергә MARK IV препараты ярҙам итәсәк.
“Изгелек ҡулсаһы”ның эксперт советы дауалауҙың үҙенсәлекле ысулын – кардиология ярҙамының өсөнсө төрөн хупланы. Фонд 5 528 балаға ярҙам итеүен дауам итә, 168-е – Башҡортостандан. Эксперт советы тағы балаларҙы ҡиммәтле дарыуҙар менән тәьмин итеүгә 75 заявканы хупланы.
“Изгелек ҡулсаһы” фонды Рәсәй Президенты Владимир Путин указы буйынса һирәк осраусы, ауыр орфан сирҙәренә дусар балаларға ярҙам итеү өсөн 2021 йылдың 5 ғинуарында төҙөлдө. Әлегә теркәлергә өлгөрмәгән ҡиммәтле препараттар һатып алына, дауалауҙың инновацион ысулдары финанслана. Финанс сығанағы – килемдәре йылына биш миллиондан артҡан граждандарҙың физик берәмектәр килеменә юғары һалым.
Фото: molstat.ru