Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
15 Апрель 2023, 10:00

Олатай йәшәйәсәк әле!

Өс сәғәт үтеүгә аяҡ та йылынған, ауыртыу ҙа баҫылған...

Олатай  йәшәйәсәк әле!
Олатай йәшәйәсәк әле!

Нефтекама ҡан тамырҙары үҙәге хирургтары 85 йәшлек пациенттың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған.

Ветеран ҡала дауаханаһына аяғында ауыртыу барлыҡҡа килеүенә, ойоуына, тән тиреһе ағарыуына, өс тәүлек буйы аяғына баҫа алмауына зарланып мөрәжәғәт иткән.Табиптар уның  аяҡтарының ҡан тамырҙарын ҡорамалдар ярҙамында тикшереп, янбаш -тубыҡ аҫты сегментында тромбоз барлығын асыҡлаған.  Ашығыс рәүештә пациентты эндоваскуляр операцияға ебәргәндәр. Был –  йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен  инновацион дауалау ысулы. Ябайлаштырып әйткәндә, тромбты ҡан тамырҙарында иретеп, аҙаҡ массаны янбаштағы өс миллиметрлыҡ тишем аша алғандар.

Өс сәғәт үтеүгә аяҡ та йылынған, ауыртыуы ла баҫылған. Иртәгәһенә 85 йәшлек пациент ғәҙәттәгесә үҙ аллы йөрөй ҙә башлаған. Табип-хирургтарға ҙур рәхмәт!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас