Сәләмәт булайыҡ
17 Апрель 2023, 11:45

“Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты

Акцияны 2019 йылдан башлап,  быйыл бишенсе тапҡыр үткәрәбеҙ. Ошо ваҡыт эсендә унда 340 мең кеше ҡатнашты

“Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты“Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты
“Сәләмәтлек поездары” юлға сыҡты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһының башланыуын хәбәр иткән.

“Быйыл тәү тапҡыр “Сәләмәтлек поездары” Башҡортостан буйлап сәфәргә сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәм, йыл һайын үткәрелеүсе был акцияны Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты ойоштора.

“Сәләмәтлек поздары” 55 район буйлап йөрөйәсәк. Маршруттар – алты, улар хатта алыҫ райондар халҡы ла медицина ярҙамы, шул иҫәптән, тар белгестәрҙән дә, алһын өсөн уңайлы итеп ойошторолған. Был комплекстар составында – күсмә флюорографтар, маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре, ФАПтар. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре кимәле юғары булған райондарға өҫтәмә рәүештә  республика кардиология үҙәгенең мобиль медицина комплекстарын ебәрәсәкбеҙ.

Акцияны 2019 йылдан башлап,  быйыл бишенсе тапҡыр үткәрәбеҙ.Ошо ваҡыт эсендә унда 340 мең кеше ҡатнашты.

“Сәләмәтлек поездары”ның хәрәкәт графигы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында: https://health.bashkortostan.ru/activity/27005

Ә был карточкаларҙа  –апрель айына расписание.



Бөтәгеҙгә лә сәләмәтлек теләйем!”

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас