+20 °С
Облачно


Хәҙерге ығы-зығылы заманда ярһыуҙан, ҡыҙып китеүҙән тыйылыу ҡыйын. Күптәрҙең фекеренсә, шоколад асыуҙы баҫа, ләкин был дөрөҫлөккә тура килеп етмәй. Ҡәһүәләге кеүек, какаола ла адреналинға оҡшаш матдә бар, ул ҡан баҫымын күтәрә, пульсты йышайта.
Стрестан ҡотолоу өсөн иң үтемле сара – туңдырма. Ғалимдар раҫлауынса, һөт һәм һөт өҫтөндәге транквилизатор нервы системаһын бик яҡшы тынысландыра.
Күңел төшөнкөлөгөнән ҡотолғоғоҙ килһә, туңдырма менән һыйланып дауаланығыҙ.
Кәримә УСМАНОВА