Сәләмәт булайыҡ
23 Апрель 2023, 08:00

Һөттән майонез эшләп ҡарағыҙ!

Йомортҡаһыҙ, һеркәһеҙ!Һәр ваҡыт һәйбәт килеп сыға, зыянһыҙ һәм оҙаҡ һаҡлана

Һөттән майонез эшләп ҡарағыҙ!Һөттән майонез эшләп ҡарағыҙ!
Һөттән майонез эшләп ҡарағыҙ!

Оҙонса бейек һауытта һөт һәм үҫемлек майын бутайбыҙ, блендерҙы төбөнә тиклем батырып юғары тиҙлектә 30 секунд туғыйбыҙ.
Артабан шәкәр, тоҙ, гәрсис (горчица) һәм лимон һуты өҫтәп, тағы 30 секунд туғып күпертәбеҙ. Майонез бик ҡуйы һәм тәмле килеп сыға. Лимон һуты булмаған осраҡта һеркә (уксус) ҡушһаң да була.
Бындай майонезды таҙа ҡоро банкаға һалып, һыуытҡыста ике аҙнаға тиклем тоторға була. Уны салаттарға ғына түгел, ҡамыр ризыҡтары, хатта торттар әҙерләүгә тотонам.
  Һөт - 150 мл
  Үҫемлек майы - 300 мл
  Лимон һуты - 3 аш ҡалағы (йәки 6% һеркә - 2 аш ҡалағы)
  Тоҙ - ярты сәй ҡалағы
  Шәкәр - 1 сәй ҡалағы
  Гәрсис - 1 сәй ҡалағы.

Сығанаҡ һәм фото: "Зөһрә йондоҙ" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас