Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
24 Апрель 2023, 20:20

Донорҙарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар?

Ҡан биргән һәм медицина тикшереүе үткән көндө донор эштән азат ителә һәм ошо көн өсөн уға уртаса эш хаҡы һаҡлана, тағы...

Донорҙарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар?
Донорҙарҙың ниндәй хоҡуҡтары бар?

Ҡан биргән һәм медицина тикшереүе үткән көндө донор эштән азат ителә һәм ошо көн өсөн уға уртаса эш хаҡы һаҡлана. Әгәр хеҙмәткәр, хакимиәт килешеүенә ярашлы, ҡан биргән көндө эшкә сыҡһа, уның теләге буйынса икенсе көндә ял көнө бирелә һәм уртаса эш хаҡы һаҡлана.

Әгәр йыл һайын бирелгән отпуск, ял йәки байрам көнөндә ҡан бирһәгеҙ, һеҙҙең теләгегеҙ буйынса икенсе көндә ял көнө бирелә йәки был көн өсөн ике тапҡыр күләмдән кәм булмаған эш хаҡы түләнергә тейеш.

Шулай итеп, һәр ҡан бирелгән көндән һуң өҫтәмә ял көнө бирелә һәм уртаса эш хаҡы һаҡлана. Донорҙың теләге буйынса был көн йыл һайын бирелгән отпускыға ҡушылырға йәки йыл әйләнәһенә икенсе көндә файҙаланырға мөмкин.

Бынан тыш, ҡан тапшырған көндө туҡланыу өсөн йәшәү кимәленең биш процентын тәшкил иткән күләмдә компенсация түләнә.

Йыл буйына мөмкин булған доза ҡанды ике тапҡырға күберәк биргәндәргә иһә өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтелә: уларға эш йәки уҡыу урындарында шифахана йәки курортҡа юллама тәү сиратта бирелә, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Фото: 9111.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: