Сәләмәт булайыҡ
27 Апрель 2023, 17:10

Ярҙам тәүлек әйләнәһенә күрһәтеләсәк

Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте.

Ярҙам тәүлек әйләнәһенә күрһәтеләсәкЯрҙам тәүлек әйләнәһенә күрһәтеләсәк
Ярҙам тәүлек әйләнәһенә күрһәтеләсәк

Алдағы май байрамдарында Башҡортостанда йәшәүселәргә ашығыс медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә, ғәҙәттәгесә күрһәтеләсәк.

Поликлиникаларға килгәндә, 1 – 9 майҙа байрам көнө графигы буйынса 8 – 17 сәғәттә эшләйәсәктәр. Өйҙәргә саҡырыуҙар 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк.

2, 3, 4, 5 май — эш көндәре.

6, 8 майҙа поликлиникалар пациенттарҙы шәмбе графигы буйынса 08.00 -  17.00 сәғәттә, саҡырыу буйынса, шул иҫәптән ашығыстары ла, 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк.

Дырыуханалар һәм дарыухана пункттары 29-30 апрелдә, 6-7 майҙа ял көнө графигы буйынса эшләйәсәк. Үҙәк район дауаханалары 1, 7, 8, 9 майҙа – шәмбе графигы буйынса.

Фото: d-kvadrat.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас