

Фән һуңғы йөҙ йылда тирә-яҡ мөхитте һәм кешене өйрәнеүҙә ғәйәт ҙур аҙымдар менән алға китте, әммә беҙҙең организм кешеләр аңламаған әллә күпме серҙе үҙендә һаҡлай. Кеше организмы тураһында, хатта ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә раҫланған булыуына ҡарамаҫтан, әҙәм ышанмаҫлыҡ, башҡа һыймаҫлыҡ факттар етерлек. Сәләмәтлек тураһында ҡыҙыҡлы ла, ғәжәп тә хәлдәр осрап тора. Бөгөн шуларҙың бер нисәһе менән таныштырабыҙ.
Стресс тирене лә “аямай”
Кеше тәрән ҡайғы, борсолоу кисергәндә, тәненең ҡысыуын тойоп, аптырауы ихтимал. Йыш ҡына хис-тойғолар кисереше тәндә сабыртма сығыуға сәбәпсе була. Организмда, стресҡа реакция булараҡ, гормональ һәм химик процестар башлана. Һөҙөмтәлә ҡан тамырҙары киңәйә һәм тирелә ҡыҙыл таптар барлыҡҡа килә.
Ҡояшлы көндө яратһаҡ та...
Барыбыҙ ҙа ҡояшлы йылы көндәрҙе көтөп алабыҙ. Һағындыра... Тик уға күҙлек кеймәйенсә ҡарау баш ауыртыуға, күреү үткерлеген ҡыҫҡа ваҡытлы юғалтыуға, хатта күҙҙәрҙе зарарлауға килтереүе ихтимал.
Ит тир еҫен көсәйтә
Һыйыр ите ашҡаҙанда һәм эсәклектә оҙағыраҡ эшкәртелә, шуға күрә был процесҡа аҙыҡ эшкәртеүсе энзим һәм реагенттар ярҙам итә. Итте тарҡатыусы матдәләр эсәклеккә эләккәндән һуң ҡан һәм тиргә ҡушыла. Бактериялар менән бергә улар тән тиреһе еҫен көсәйтә.
Ни өсөн ирҙәрҙең хәтере юҡ ?
Күпселек ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда хәтерһеҙерәк икәнлеге билдәле. Был хәлде йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең юғары хәүефе, ҡан баҫымының күтәрелеүе, тән массаһы индексы ҙурлығы менән бәйләйҙәр, сөнки ошо сәбәптәрҙең барыһы ла баш мейеһе мөмкинлектәренең иртә “ҡартайыуына” килтерә.
Оҙаҡ йәшәгең килһә...
Психологтар утыҙ йыл дауамында 70 мең кешене өйрәнгән. Экспериментта ҡатнашыусылар һорауҙарға яуап биргән, ә белгестәр шартлыса уларҙың кәйефен, сәләмәтлек торошон, йәшәү рәүешен билдәләгән. Тормошто яратыусан, оптимист ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙың башҡаларға ҡарағанда сама менән 50–70 процентҡа күберәк 85 йәшкә тиклем йәшәү мөмкинлеге асыҡланған.
Әлбиттә, бөтә әйтелгәндәр танышыу һәм өйрәнеү маҡсатында ғына һәм улар профессиональ медицина белемен алмаштырмай. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса бары табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ.
Йәйге селләлә ҡайнар сәй эс...
Эҫе көндәрҙә ҡайнар сәй эсеү организмды һыуыта, ә туңдырма, киреһенсә, йылыта. Белгестәр был хәлде түбәндәгесә аңлата: әгәр һеҙ ҡайнар сәй эсәһегеҙ икән, тир тиҙерәк бүленә. Был организмды һыуытыуҙың тәбиғи механизмын яҡшырта. Тап ошо хәл кешене ҡояш һуғыуҙан һаҡлай ҙа инде.
Помидорҙар нурҙарҙан һаҡлай
Әгәр ҙә һеҙ помидор ашарға яратаһығыҙ икән, был сәләмәтлек файҙаһына. Уларҙың составындағы ликопин антиоксиданты – ультрафиолет нурҙарынан ҡурсалаусы тәбиғи һаҡсы.
Ысынлап та, тоғро дуҫ!
Ғалимдар йортта эт аҫрауҙы сәләмәтлек өсөн дә файҙалы тип иҫәпләй. Гарвард медицина институты белгестәре әйтеүенсә, беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ йөрәк сирҙәренән ҡурсалай. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә эт хужаларының ҡан баҫымы түбәнерәк, холестерол һәм триглицеридтың кәмерәк булыуы асыҡланған.
Китап уҡығыҙ!
Көнөнә алты минут самаһы китап уҡыу стресс кимәлен 68 процентҡа кәметә, тип иҫәпләй белгестәр. Ҡатмарлы һәм абстракт төшөнсәләрҙе аҡ ҡағыҙ биттәренән уҡыу мониторҙан уҡыуға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ ҡабул ителә һәм нығыраҡ аңлашыла.
Динә АРЫҪЛАНОВА