

Ер ҡарҙан әрселеү менән баҡсаларҙа тәүге йәшел тәмләткестәр күренә башлай. Барыбыҙға бәләкәй саҡтан яҡшы таныш ҡуҙғалаҡ баш ҡалҡыта, уңған хужабикәләр унан йомортҡа һәм ҡаймаҡ һалып, тәмле аш әҙерләй. Ә ҡуҙғалаҡ бәлешенең тәмен кем генә хәтерләмәй? Оҙайлы ҡыштан һуң кемгә нутриенттар етешмәй, белгестәр витаминдар һәм микроэлементтарға бай ҡуҙғалаҡ ашарға тәҡдим итә.
Үкенескә ҡаршы, был үҫемлек – табындарҙа һирәк “ҡунаҡ”, ҡайһы берәүҙәр өсөн ул ысын мәғәнәһендә – экзотика. Супермаркеттарҙа ла уны таба алмаҫһығыҙ. Ғәмәлдә ҡуҙғалаҡ витаминдарға бай һәм тәмле үҫемлек. Диетологтар әйтеүенсә, ул йәшелсә араһында был йәһәттән “чемпион” булып тора. Ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы тиресәһе һәм эсәклек сәләмәтлеген һаҡлау, хәтерҙе һәм иғтибарҙы яҡшыртыу, нервы системаһы эшен көйләү өсөн В төркөмө витаминдары ифрат файҙалы. Ундағы бета-каротин тире һәм күҙҙәр сәләмәтлеге өсөн яуап бирә. Йөҙ грамм ҡуҙғалаҡта был витаминдың тәүлек нормаһы тупланған. Аскорбин кислотаһы иммун системаһын нығыта һәм ҡандағы “насар” холестерин кимәлен кәметә. С витамины миҡдары буйынса ҡуҙғалаҡ танылған лидерҙар – шпинат һәм лимонды ла уҙҙыра. Шулай уҡ организмда һыу-тоҙ балансын һәм мускулдар, йөрәк эшмәкәрлеген көйләүсе калий ҙа, нервы системаһы һәм һөйәктәр үҫеше өсөн яуаплы магний ҙа бар. Ҡуҙғалаҡ шулай уҡ организмда матдәләр алмашыныу процестарын көйләүсе, һөйәк туҡымаһы һәм тештәр өсөн кәрәкле кальцийға, туҡланыу матдәләрен үҙләштереүгә ярҙам итеүсе тимергә, бөйөрҙәр һәм нервы-мускул эшмәкәрлеген яҡшыртыусы натрийға бай. Бынан тыш, уның составына органик кислоталар, флавоноидтар, дуплау матдәләре, күҙәнәкле туҡыма, эфир майҙары инә. Ә калория ҡуҙғалаҡта бик аҙ. Белгестәр әйтеүенсә, был үҫемлекте өс йәштән ҙурыраҡ балаларға ла бирергә мөмкин. Витаминдар байлығы организмдың һаҡлаусы көстәрен нығытырға ярҙам итә. Шуныһы мөһим: ҡуҙғалаҡта кислота күп, шуға күрә уны балаларға аҙнаһына ике тапҡырҙан да йышыраҡ бирергә ярамай, ҡаймаҡ менән бутап биреү яҡшыраҡ.
Файҙалы үҫемлектең дә ҡайһы саҡта зыян килтереүен яҡшы беләбеҙ. Ҡуҙғалаҡтың ашҡаҙан әселеген арттырыуға килтереүе, ашҡаҙан аҫты биҙенең лайлалы тиресәһен ҡуҙғытыуы, ҡайһы бер осраҡтарҙа үт юлдарында таш барлыҡҡа килеүенә йоғонто яһауы ихтимал. Уны шулай уҡ бөйөр ташы, быуынға тоҙ ултырыу, эсәклек сирҙәре, гастрит, ашҡаҙан сей яраһы сирҙәренән яфаланған ауырыуҙарға ашау тәҡдим ителмәй.
Иң ҙур хәүеф – ҡуҙғалаҡты тейешенсә йыуып ашамауҙа. Йыш ҡына түтәлдән өҙөп ашау ғәҙәте бар. Витаминдар хазинаһы зыянға әүерелмәһен өсөн санитария-гигиена ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәргә кәрәк.
Динә АРЫҪЛАНОВА